Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 15 - Изге Яҙма


1 Дауыттың шиғыры.

1 Дауыттың шиғыры. Һаҡла мине, эй Алла, Мин Һиндә ышыҡ табамын.

2 Раббыға әйтермен: «Һин – минең Хакимым. Һинән башҡа минең бәхетем юҡ!»

3 Илдәге изгеләргә килгәндә: улар затлы, Бар күңелдән уларға тартылам.

4 Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.

5 Раббы – минең өлөшөм, минең туҫтағым, Минең йәрәбәм – Һинең ҡулыңда.

6 Биләмәмдең ыҙандары ниндәй гүзәл ерҙәр буйлап бара – Ниндәй хозур милек насип иттең миңә!

7 Миңә нәсихәт биргән Раббыға шөкөр итәм, Хатта төндә лә өгөт бирә булмышым.

8 Мин һәр саҡ Раббыға күҙ төбәйем, Ул уң тарафымда торған өсөн Бер нәмә лә мине ҡаҡшата алмаҫ.

9 Шул арҡала күңелемә шатлыҡ тула, Рухым иһә күтәренкелектә; Хатта тәнем именлектә булыр.

10 Сөнки йәнемде үлеләр донъяһында ҡалдырмаҫһың, Тоғро бәндәңә үлем соҡорон күрһәтмәҫһең.

11 Йәшәү юлын өйрәтерһең миңә. Бөтмәҫ шатлыҡ Һинең хозурыңда, Уң яғыңда мәңгелеккә – икһеҙ-сикһеҙ бәхет.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan