Зәбүр 149 - Изге Яҙма1 Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ! 2 Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы! 3 Әйҙә улар бейей-бейей исемен данлаһын Уның, Дөңгөр ҡағып, арфа сиртеп, Уға мәҙхиә йырлаһын! 4 Сөнки Раббы Үҙ халҡын хуш күрә, Баҫалҡыларҙы еңеү менән данлай. 5 Тоғролары дан-шөһрәт эсендә тантана итһен, Ҡырын ятып, һөйөнөс йырҙары йырлаһын! 6 Ауыҙҙарында – Алланы маҡтау, Ҡулдарында ике яҡлы үткер ҡылыс булһын: 7 Шулай улар ҡәүемдәрҙән ҡон ҡайтарыр, Халыҡтарҙы язаға тарттырыр, 8 Батшаларына сынйыр һалыр, Бейҙәренә тимер бығау кейҙерер, 9 Уларға яҙылған хөкөмдө еренә еткерер. Уның барса тоғролары өсөн намыҫ эше был. Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia