Зәбүр 148 - Изге Яҙма1 Раббыны данлағыҙ! Күктәрҙән маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Юғарынан Уны күмегеҙ данға! 2 Барса фәрештәләре, Уны маҡтағыҙ, Данлағыҙ Уны, бөтә ғәскәре! 3 Ҡояш менән ай, Уны маҡтағыҙ! Данлағыҙ Уны, балҡыу йондоҙҙар! 4 Эй күктәрҙең асманы, Раббыны маҡта! Күктәрҙән юғарылағы һыуҙар, Дан йырлағыҙ Уға! 5 Раббы исеменә маҡтау йырлаһындар, Сөнки Ул бойорҙо – улар барыһы бар булды. 6 Раббы уларҙы мәңгегә ныҡлап урынлаштырҙы, Бының өсөн боҙолмаҫ ҡағиҙә ҡуйҙы. 7 Ер йөҙөнән Раббыға маҡтау йырлағыҙ, Диңгеҙ йәнлектәре, тәрәнлектәр. 8 Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел, 9 Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар, Емеш биреүсе ағастар, кедр, 10 Хайуандар, мал-тыуар, Һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар, 11 Ер йөҙөндәге батшалар, бар халыҡтар, Башлыҡтар һәм бөтә хакимдар, 12 Йәш егеттәр менән ҡыҙҙар, Ҡарт-ҡоро һәм бала-саға 13 Раббы исеменә маҡтау яуҙырһындар, Сөнки бары Уның исеме юғары. Уның шөһрәте ер һәм күктәрҙән өҫтә. 14 Ул халҡына бөйөк ҡеүәт бирҙе, Уға тоғро бәндәләр барыһы, Ғәзиз халҡы Исраил Уны данлаһын. Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia