Зәбүр 147 - Изге Яҙма1 Эй Йәрүсәлим, Раббыны маҡта! Аллаңа шөкөрана ҡыл, Сион! 2 Сөнки ҡапҡаңдың арҡыры биген нығыта, Эсеңдәге халҡыңа фатиха бирә. 3 Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра. 4 Ер йөҙөнә әмерҙәрен юллай, Уның һүҙе ташҡындай йәйелә. 5 Аҡ йөн һымаҡ ҡар яуҙыра, Бәҫ ҡундыра гүйә көл шикелле. 6 Борсаҡ түгер киҫәк-киҫәк, Кем һуң сыҙар Уның һыуығына? 7 Ул һүҙен әйтһә, бар нәмә ирей башлай, Елдәрен ебәрһә, һыуҙар аға. 8 Һүҙен – Яҡуп нәҫеленә; Исраилға ҡағиҙә-хөкөмдәрен күндерҙе. 9 Башҡа халыҡтарға улай эшләмәне, Һис кемгә ҡарарын белдермәне. Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia