Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 146 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Аллабыҙға мәҙхиәләр йырлау ниндәй күркәм, Ҡайһылай татлы, килешле Уны маҡтау!

2 Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде, Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя.

3 Ул китек күңелдәрҙе бөтәйтә, Йәрәхәттәрҙе бәйләй.

4 Ул йондоҙҙарҙың иҫәбен белә, Уларҙың һәр береһенә исем бирә.

5 Хакимыбыҙ бөйөк, ҡеүәте ҙур, Аҡылының иге-сиге юҡ.

6 Раббы түбәнһетелгәндәрҙе күтәрә, Яуыздарҙы ергә төшөрә.

7 Раббыға шөкөрана итеп йырлағыҙ, Аллабыҙға лира сиртеп көйләгеҙ.

8 Ул күкте болоттар менән ҡаплай, Ерҙе ямғыр менән туйындыра, Үлән үҫтерә тауҙарҙа.

9 Мал-тыуарға аҙыҡ бирә, Ем һораған ҡарға балаларын ашата.

10 Ул аттың көсөнә ҡарамай, Кешенең етеҙлегенә лә илтифаты юҡ.

11 Раббы Үҙенән ҡурҡҡандарҙы, Тоғро мөхәббәтенә өмөт бағлағандарҙы ярата.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan