Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 145 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!

2 Ғүмерем буйы Раббыны маҡтармын, Йәнем бар саҡта дан йырлармын Раббыға.

3 Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.

4 Улар, йән биргәс, тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.

5 Ниндәй бәхетле Яҡуптың Аллаһынан ярҙам алған, Үҙенең Аллаһы Раббыға өмөт бағлаған әҙәм!

6 Ошо Алла күкте, ерҙе һәм диңгеҙҙе, Уларҙағы бар нәмәләрҙе яратҡан, Тоғролоғон мәңге һаҡлап ҡалған,

7 Иҙелгәндәргә хаҡ хөкөм ҡылған, Астарҙы икмәккә туйындырған. Раббы тотҡондарҙы азат ҡылыр,

8 Һуҡырҙарҙың күҙен асыр, Ергә бөгөлгәндәрҙе турайтыр, Тәҡүәләрҙе Ул яратыр.

9 Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.

10 Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан-быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan