Зәбүр 144 - Изге Яҙма1 Дауыттың маҡтау йыры. 1 Дауыттың маҡтау йыры. Эй Аллам, минең Батшам, Һине ҙурлармын, Исемеңә мәңге маҡтау яуҙырырмын! (Алеф) (Бейт) (Бейт) 2 Һәр көн Һине мөбәрәк ҡыламын, Исемеңде мәңгенән-мәңгегә данлайым. (Гимел) (Гимел) 3 Раббы бөйөк, икһеҙ-сикһеҙ маҡтауға Ул лайыҡ, Уның бөйөклөгөнә һис етмәҫ аҡыл. (Далеҫ) (Далеҫ) 4 Ҡылған ғәмәлдәрең быуындан-быуынға маҡталыр, Ҡөҙрәтле эштәреңде һөйләп туя алмаҫтар. (Һе) (Һе) 5 Балҡышың, даның, мөһабәтлегең, Ҡылған хикмәттәрең хаҡында уйлайым. (Уау) (Уау) 6 Тетрәткес ғәмәлдәреңдең ҡөҙрәте тураһында һөйләйҙәр, Мин дә бөйөклөгөңдө иғлан итермен. (Зайн) (Зайн) 7 Сикһеҙ игелегеңде иҫләрҙәр, Ғәҙеллегеңде маҡтап йырларҙар. (Хеҫ) (Хеҫ) 8 Раббы рәхимле һәм мәрхәмәтле, Сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле. (Теҫ) (Теҫ) 9 Раббы барыһына ла игелекле, Үҙе бар ҡылғандарға рәхимле. (Йод) (Йод) 10 Һин яратҡандар Һиңә шөкөр итәләр, Раббы, Тоғро бәндәләрең маҡтау яуҙыралар. (Каф) (Каф) 11 Батшалығыңдың шөһрәтен улар һөйләр, Ҡөҙрәтең хаҡында бәйән итер; (Ламед) (Ламед) 12 Әйҙә һәр кем ҡөҙрәтле ғәмәлдәреңде, Батшалығыңдың мөһабәт шөһрәтен тойһон. (Мем) (Мем) 13 Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ, Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә. (Самех) (Самех) 14 Йығылырға торғандарға таяныс Раббы, Ул ҡолатылғандарҙы торғоҙа. (Ғайн) (Ғайн) 15 Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында. (Пе) (Пе) 16 Һин усыңды асаһың да, Һәр йән эйәһенә теләгәнен ашатаһың. (Саде) (Саде) 17 Раббының бөтә юлдары ғәҙел, Ҡылған ғәмәлдәре тоғро. (Ҡоф) (Ҡоф) 18 Яҡын Раббы Үҙен саҡырғандарға, Саф күңелдән Үҙенә ялбарғандарға. (Реш) (Реш) 19 Үҙенән ҡурҡҡандарҙы моратына ирештерер, Ялбарыуҙарын ишетеп, уларҙы ҡотҡарыр. (Син менән Шин) (Син менән Шин) 20 Раббы Үҙен яратҡандарҙың һәммәһен һаҡлар, Бөтә яуыздарҙы ҡырып ташлар. (Тау) (Тау) 21 Телем туҡтауһыҙ Раббыны маҡтар! Барса йән эйәләре Уның изге исемен Мәңгенән-мәңгегә данлар! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia