Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 143 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы, һыйынған ҡаям, мөбәрәк булһын! Ул бармаҡтарымды алышҡа, Ҡулдарымды һуғышҡа өйрәтә.

2 Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.

3 Йә Раббы, нимә инде ул – кеше? Ә Һин уны ҡайғыртаһың. Нимә һуң әҙәм балаһы? Ә Һин уны һанға һуғаһың.

4 Әҙәм бит ул бары тик бер һулыш, Ғүмере – үтеп киткән күләгә һымаҡ.

5 Һығылдыр ҙа күкте, йә Раббы, ергә төш! Ҡағыл тауҙарға, улар төтәп китерҙәр.

6 Йәшнәт йәшенеңде, дошмандарҙы тарат; Уҡтарыңды яуҙыр, туҙҙырып ташла уларҙы.

7 Юғарынан ҡулыңды һуҙ, мине азат ит, Даръя һыуҙарҙан мине сығарып ал, Яттарҙың ҡулынан ҡотҡар.

8 Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә, Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар.

9 Аллам, Һиңә яңы йыр йырлармын, Ун ҡыллы арфала Һиңә уйнармын.

10 Һин бит батшаларҙы еңеү ҡаҙандырған; Ҡолоң Дауытты аяуһыҙ ҡылыстан ҡотҡарған.

11 Мине йолоп ал, ҡотҡар яттар ҡулынан. Ауыҙҙары туҡтауһыҙ ялған сәсә, Уң ҡулдарын күтәреп ялған ант итә улар.

12 Ул сағында улдарыбыҙ йәшлегендә Күкрәп үҫкән ағас һымаҡ булыр. Ҡыҙҙарыбыҙ затлы һарайҙарҙың Семәрле бағанаһылай булыр һомғол.

13 Һәр төрлө ашлыҡтан тулып ташыр келәтебеҙ; Көтөүҙә һарыҡтарыбыҙ Меңәрләп, унар меңләп түлләр.

14 Үгеҙҙәребеҙ беҙҙең һимеҙ булыр, Диуарҙарыбыҙҙа тишек-ярыҡ булмаҫ, Кешеләребеҙ әсир китмәҫ, Урамдарҙа ишетелмәҫ илаш!

15 Ниндәй ҡотло ошолай йәшәгән халыҡ! Аллаһы Раббы булған халыҡ бәхетле!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan