Зәбүр 142 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Доғамды ишет, йә Раббы, Ялбарыуыма ҡолаҡ һал! Тоғролоғоң һәм ғәҙеллегең хаҡына яуап ҡайтар! 2 Ҡолоңдо хөкөмгә алып килмә, Тереләрҙән бер кем дә алдыңда аҡлана алмаҫ. 3 Дошман мине ҡыуып етте, Тупраҡҡа һалып тапаны. Гүйә мин күптән үлгәнмен – Дөм ҡараңғылыҡҡа һалды. 4 Шул сәбәпле рухым һынды минең, Йөрәгем ҡурҡыуҙан өшөп ҡатты. 5 Үткән дәүерҙәрҙе иҫкә алам, Ҡылған ғәмәлдәреңде барлайым, Ҡулдарыңдың эше хаҡында уйланам. 6 Һиңә табан ҡулдарымды һондом, Йәнем ҡоро тупраҡ һымаҡ, Һиңә сарсағанмын. Села 7 Йәһәтерәк яуап ҡайтар, Раббы, Тәҡәтем ҡороно минең. Йөҙөңдө йәшермә минән, Юғиһә, ҡәбер эйәһенә оҡшап ҡалырмын. 8 Таңдан тоғро һөйөүеңде белдер, Өмөтөмдө Һиңә бағлағанмын; Йә Раббы, барыр юлымды күрһәт, Сөнки йәнемде мин Һиңә олғаштырам. 9 Дошмандарымдан йолоп ал, Раббы; Мин бары Һиңә һыйынам. 10 Ихтыярыңды нисек үтәргә өйрәт! Һин бит – минең Аллам. Игелекле Рухың мине Тигеҙ ерҙән әйҙәп барһын! 11 Йә Раббы, исемең хаҡына йәшәт мине, Ғәҙеллегең хаҡына йәнемде бәләнән ҡотҡар. 12 Тоғро мөхәббәтең хаҡына Дошмандарымды тар-мар ит, Йәнемде иҙеүселәрҙе юҡ ит, Сөнки мин Һинең ҡолоңмон. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia