Зәбүр 141 - Изге Яҙма1 Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. 1 Дауыттың уйланыуҙары, мәмерйәлә ҡылған доғаһы. Мин Раббыға һөрән һалам, Раббыға мәрхәмәт һорап ялбарам. 2 Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам. 3 Рухым төшкән саҡтарҙа ла, Ҡайһы юлдан йөрөгәнемде беләһең. Һуҡмағыма йәшерен тоҙаҡ ҡоролған ине. 4 Уң яғыма ҡара ла күр, Бер кем дә мине һанламай. Һыйынырлыҡ урыным ҡалманы, Йәнемде хәстәрләгән кеше юҡ. 5 Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!» 6 Һыҡтауыма ҡолаҡ һал, тәҡәтем бөттө, Мине эҙәрләүселәрҙән ҡотҡар, Улар минән көслөрәк. 7 Йәнемде зиндандан сығар, Мин исемеңә рәхмәт уҡырмын. Һин миңә игелектәр ҡылғанда, Тәҡүәләр әйләнәмә тупланыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia