Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 140 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Йә Раббы, Һине саҡырам, ашыҡ миңә! Һиңә ялбарған тауышыма ҡолаҡ һал!

2 Доғаларым хозурыңда хуш еҫ төтәткән һымаҡ, Һонолған ҡулдарым киске ҡорбан һымаҡ ҡабул булһын!

3 Йә Раббы, ауыҙыма ҡарауылсы ҡуй, Иренемдең ҡапҡаларына йоҙаҡ һал!

4 Яманлыҡҡа күңелем ауышмаһын, Залимдарҙың яҙыҡ эштәрендә ҡатнашырға, Һыйҙарынан ауыҙ итергә яҙмаһын.

5 Тәҡүә кеше туҡмаһа ла мин ризамын – был мәрхәмәт; Фашлаһын – инҡар итмәм, Башыма һөрткән зәйтүн майы был. Мин ямандарҙың ғәмәлдәренә ҡаршы һәр ваҡыт доға ҡылам.

6 Башлыҡтарын ҡаянан ырғытҡан саҡта, Һүҙҙәремдең хаҡлығын аңларҙар.

7 Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ, Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор.

8 Әммә күҙҙәрем Һиндә, эй Раббы Хаким, Һиңә һыйынам, йәнемде хәүефкә дусар итмә!

9 Миңә ҡорған тоҙаҡтарҙан, Залимдарҙың ауҙарынан һаҡла.

10 Яуыздар үҙ йәтмәләренә эләкһен, Мин иһә иҫән-аман уҙырмын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan