Зәбүр 138 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы, мине Үҙең күреп, һынап беләһең. 2 Ҡасан ятып, ҡасан торғанымды беләһең, Уйҙарымды алыҫтан аңлап тораһың. 3 Йөрөйөммө, ял итәмме – ваҡ иләктән үткәрәһең, Һәр бер ғәмәлемә хәбәрең бар. 4 Һүҙем телемә килмәҫтән алда Эй Раббы, Һин һәммәһен беләһең. 5 Һәр яғымдан мине солғағанһың, Ҡулыңды миңә һалғанһың. 6 Был ғилемең хайран минең өсөн, Аң-зиһенем етмәҫлек юғары. 7 Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан? 8 Асманға ҡалҡһам, Һин унда, Үлеләр донъяһына түшәк йәйһәм, унда ла Һин. 9 Таң ҡанаттарында көнсығышҡа осһам, Диңгеҙ аръяғына ҡунһам, 10 Унда ла ҡулың етәкләп йөрөр, Уң ҡулың мине ныҡ тотоп торор. 11 «Мине ҡараңғылыҡ йәшерһен, Яҡтылыҡ ҡара төнгә әйләнһен», – тиһәм, 12 Хозурыңда ҡараңғылыҡ – ҡараңғылыҡ түгел, Төн дә көн кеүек нур сәсер, Көнмө, төнмө – Һинең өсөн бер үк. 13 Эс-бауырымды Һин яратҡанһың, Әсәм ҡарынында мине туҡығанһың. 14 Рәхмәттәрем яуһын Һиңә, Ниндәй ғәжәйеп, хайран яратылғанмын. Ҡайһылай хикмәтле ғәмәлдәр ҡылаһың! Быны бик яҡшы аңлайым. 15 Ер тәрәнлегендә туҡылғанымда, Серле рәүештә ҡиәфәт алғанымда, Һөйәктәрем Һинән йәшерен түгел ине. 16 Яралғы ғына сағымда Мине Үҙ күҙҙәрең менән күрҙең. Ғүмерем башланмаҫ элек Миңә тәғәйенләнгән һәр көн Һинең китабыңа теркәлгән. 17 Фекерҙәреңә иҫем-аҡылым етмәй, Эй Алла, уларҙың иҫәп-хисабы юҡ! 18 Һанай башлаһам, улар ҡом бөртөгөнән ишле. Уянып китһәм, мин һаман Һинең менән. 19 Эй Алла, яуыздарҙы юҡ итһәң ине, Минән алыҫ йөрөгөҙ, һеҙ, ҡан эскестәр! 20 Улар Һиңә ҡаршы яманлыҡ тарата, Дошмандарың Һиңә ҡаршы мәкер ҡора. 21 Эй Раббы, Һиңә нәфрәтләнгәндәргә Мин нисек нәфрәт тотмайым? Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙән нисек ерәнмәйем? 22 Уларға ҡаршы мин ҡаты нәфрәтләнәм, Уларҙы үҙемә дошман итеп күрәм. 23 Эй Алла, һына мине, йөрәгемдәген танып бел. Һына мине, бөтә уйҙарымды асыҡла. 24 Ҡара, яман юлға төшмәнемме? Йүнәлт мине баҡыйлыҡ юлына! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia