Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 137 - Изге Яҙма


1 Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Дауыттың мәҙхиәһе. Бар булмышым менән Һиңә шөкөр итәм, Илаһтар алдында Һиңә дан йырлайым.

2 Мөҡәддәс ҡорамыңа ҡарап сәждә ҡыламын, Мөхәббәтең һәм тоғролоғоң хаҡына, Исемеңә шөкөрана әйтәм. Сөнки биргән вәғәҙәңде Һин исемеңдән дә өҫтөн ҡуйҙың.

3 Саҡырғанымда яуап ҡайтарҙың, Йәнемә көс биреп, рухландырҙың.

4 Бөтә донъя батшалары данлар Һине, Раббы, Сөнки ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙе ишеттеләр.

5 Раббы юлдарына мәҙхиә йырларҙар, Сөнки Раббының шөһрәте бөйөк.

6 Юғарыла Раббы – Ул түбәнһетелгәндәрҙе күрә, Тәкәбберҙәрҙе алыҫтан танып тора.

7 Бәлә-ҡаза солғап алғанда, Һин йәнемде һаҡлайһың, Дошмандарымдың нәфрәтенән яҡлайһың, Уң ҡулың мине ҡотҡарып ҡала.

8 Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan