Зәбүр 136 - Изге Яҙма1 Бабил йылғаларының буйында, унда Ултыра ла Сионды иҫкә төшөрөп илай инек. 2 Ошонда тал ботаҡтарына Лирабыҙҙы аҫып ҡуя инек. 3 Беҙҙе ул ерҙә әсир иткәндәр йыр һүҙҙәрен, Иҙеүселәр уйын-көлкө талап итте: «Йырлағыҙ беҙгә Сион йырҙарын!» 4 Ни йәнебеҙ менән йырлайыҡ һуң Ят тупраҡта Раббыбыҙҙың йырын? 5 Эй Йәрүсәлим, һине онотор булһам, Ҡороп ҡына ҡатһын уң ҡулым. 6 Һине хәтеремә төшөрмәһәм, Һөйөнөстәремдең иң түренә Йәрүсәлимде ҡуймаһам, Телем аңҡауыма йәбешеп ҡалһын! 7 Йәрүсәлим ҡолатылған көндө: «Емер уны, емер нигеҙенә тиклем!» – Тигән Эдом улдарын иҫеңә төшөр, Раббы! 8 Эй емереләсәк Бабил-ҡыҙ! Беҙгә ҡылғаныңдың ҡонон Ҡайтарыр зат ҡайһылай бәхетле! 9 Ниндәй бәхетле сабыйҙарыңды тотоп, Ҡаяға ялпаштыра һуғасаҡ кеше! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia