Зәбүр 135 - Изге Яҙма1 Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 2 Шөкөр итегеҙ аллалар Аллаһына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 3 Шөкөр итегеҙ хакимдар Хакимына, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 4 Бары Ул бөйөк мөғжизәләр ҡылыусы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 5 Ул аҡылы менән күктәрҙе яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 6 Ерҙе даръя һыуҙары өҫтөнә йәйгән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 7 Бөйөк яҡтыртҡыстарҙы яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 8 Ҡояшты көн менән идара итергә ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 9 Төн менән идара итер өсөн Ай һәм йондоҙҙарҙы ҡуйған, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 10 Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 11 Исраил нәҫелен Мысырҙан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 12 Ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 13 Ҡамышлы диңгеҙҙе икегә айырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 14 Исраилдарҙы уртаһынан сығарҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 15 Фирғәүен менән ғәскәрен диңгеҙгә батырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 16 Халҡын сүллек аша етәкләне, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 17 Бөйөк батшаларҙы тар-мар итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 18 Көслө батшаларҙы ҡырҙы, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 19 Әмөри батшаһы Сихонды юҡ итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 20 Башан батшаһы Ғоғты тар-мар итте, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 21 Ерҙәрен биләмә итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 22 Ҡоло Исраилға милек итеп бирҙе, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 23 Меҫкен хәлебеҙҙә хәтеренә алды, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 24 Дошмандарыбыҙҙан йолоп алды, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 25 Барса йән эйәләренә ризыҡ бирә, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. 26 Күктәрҙең Аллаһына шөкөр итегеҙ, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia