Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 134 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Раббы исемен данлағыҙ, Эй Раббы ҡолдары, маҡтау йырлағыҙ!

2 Раббы ҡорамында хеҙмәт итеүселәр, Аллабыҙ йорто ихатаһында тороусылар, Дан йырлағыҙ!

3 Раббыны данлағыҙ – Ул игелекле. Исеменә мәҙхиә йырлағыҙ – был шундай ләззәтле.

4 Раббы Үҙенә Яҡуп нәҫелен, Халҡы итеп Исраилды һайлап алды.

5 Мин беләмен, Раббы бөйөк, Хакимыбыҙ бөтә илаһтарҙан өҫтөн.

6 Күктәрҙә һәм ер йөҙөндә, Диңгеҙҙәрҙә, даръяларҙа, Раббы ни теләй, шуны бар ҡыла.

7 Ер сигенән болоттар ҡалҡыта, Йәшен йәшнәтеп ямғыр яуҙыра, Келәттәренән елдәр сығара.

8 Ул мысырҙарҙың баш балаларын ҡырҙы, Кешеләрҙең тәүге улын, Малдарҙың тәүге түлен үлемгә дусар итте.

9 Эй Мысыр, һинең уртаңа, Фирғәүенгә һәм бар ҡолдарына Ул хикмәттәрен, мөғжизәләрен ебәрҙе.

10 Бик күп ҡәүемдәрҙе һәләк итте, Ҡеүәтле батшаларҙы үлтерҙе:

11 Әмөри батшаһы Сихонды, Башан батшаһы Ғоғты, Ҡәнғәндең барса батшалыҡтарын ҡырҙы.

12 Уларҙың ерҙәрен биләмә итеп, Мөлкәт итеп халҡы Исраилға бирҙе.

13 Йә Раббы, исемең мәңгелек Һинең! Шөһрәтең быуындан-быуынға дауам итә.

14 Раббы халҡының хаҡлығын раҫлар, Үҙ ҡолдарына рәхимле булыр.

15 Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш, Кеше ҡулы менән яһалған.

16 Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр, Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр,

17 Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр, Ауыҙҙарында уларҙың һулыш-тын юҡ.

18 Кем уларҙы яһаған, Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла Шул боттарға оҡшап ҡалыр!

19 Эй Исраил халҡы, Раббыға шөкөр ҡылығыҙ! Һарун нәҫеле, Раббыға маҡтау йырлағыҙ!

20 Эй Леви нәҫеле, Раббыны данлағыҙ! Маҡтау йырлағыҙ Раббыға, Унан ҡурҡҡандар!

21 Йәрүсәлимдә төйәк иткән Раббыға Сиондан шөкөрана ҡылығыҙ! Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan