1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Эй һеҙ, Раббының барса ҡолдары, Раббы ҡорамында төндәрен хеҙмәт иткәндәр, Раббыға шөкөрана ҡылығыҙ!
2 Ҡулығыҙҙы мөҡәддәс ергә һоноп, Раббыға ҡылығыҙ шөкөрана!
3 Күк менән ерҙе яратҡан Раббы Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан.
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023