Зәбүр 132 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Ҡайһылай яҡшы, күңелле, Туғандарҙың бергә татыу йәшәгәне! 2 Был Һарундың башына һөртөлгән, Һаҡалынан ағып төшкән затлы майҙай, Кейеменең яғаһына ағып төшкән еҫле май һымаҡ; 3 Хермон армытына төшкән ысыҡ Сион тауҙарына ағып төшкән һымаҡ. Раббы Сионда Үҙ фатихаһын – Мәңгелек тормош бирҙе. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia