Зәбүр 131 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Иҫеңә төшөр, Раббы, Дауытты, Ул кисергән бөтә ғазаптарҙы; 2 Нисек уның Раббыға ант иткәнен, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә нәҙер әйткәнен. 3 Әйткәйне: «Сатырымдың ышығына инмәм, Түшәгемә ятмам, 4 Күҙ ҡабаҡтарымды япмам, Күҙҙәремә йоҡо бирмәм, 5 Раббыға лайыҡлы урын, Яҡуптың Ҡөҙрәтлеһенә торлаҡ тапмайынса». 6 Килешеү һандығының Әфраҫала булғанын ишеттек, Беҙ уны Яғарҙың баҫыуында табып алдыҡ. 7 Әйттек: «Әйҙәгеҙ Уның торлағына барайыҡ, Аяғына йығылып сәждә ҡылайыҡ». 8 Сыҡ, Раббы, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа, Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил. 9 Ҡаһиндарың тоғролоҡҡа төрөнһөн, Тоғроларың кинәнешеп һөйөнһөн. 10 Ҡолоң Дауыттың хаҡына, Үҙеңдең мәсихеңдән йөҙөңдө борма. 11 Ышаныслы антын бирҙе Раббы Дауытҡа, Вәғәҙәһенән ваз кисмәҫ: «Үҙеңдең орлоғоңдоң емешен Һинән һуң тәхеткә ултыртырмын. 12 Әгәр балаларың килешеүгә, Биргән нәсихәттәремә тоғро булһа, Уларҙың улдары ла мәңгегә Һинең тәхетеңдә ултырасаҡ». 13 Сөнки Раббы Сионды һайланы, Уны төйәк итергә теләне. 14 «Тыныс-имен урыным мәңгегә ошо булыр, – тине. – Теләнем, ошонда урынлашам. 15 Бындағы ризыҡ сикһеҙ бәрәкәткә эйә булыр, Был ерҙәге фәҡирҙәрҙе туйҙырырмын. 16 Ҡаһиндарын еңеүгә төрөндөрөрмөн, Тоғролары кинәнеп һөйөнөр. 17 Ошонда Дауыттың ҡеүәтен үҫтерермен, Мәсихем өсөн Мин сыраҡ әҙерләрмен. 18 Дошмандарын мәсхәрәгә ҡалдырырмын, Башындағы тажы иһә нурланып балҡып торор». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia