Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 13 - Изге Яҙма


1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.

1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Ахмаҡ эсенән генә уйлай: «Алла юҡ!» Кеше боҙолдо, әшәкелеге алдан йөрөй. Яҡшылыҡ ҡылыусы бер кем дә юҡ.

2 Раббы күктән әҙәм балаларына күҙ һала: Аңлылар, Алланы эҙләгәндәр бармы?

3 Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!

4 Яуызлыҡ ҡылыусылар – Халҡымды икмәк урынына ашағандар, Раббыны саҡырмағандар – Бер ни ҙә аңламаймы ни?

5 Улар оло дәһшәткә төшәсәк, Сөнки Алла тәҡүә быуын яҡлы.

6 Һеҙ фәҡирҙең ниәтен бушҡа сығараһығыҙ, Әммә Раббы уларҙың һыйынысы.

7 Сиондан Исраилға ҡотолоу килһә ине! Раббы Үҙ халҡына муллыҡ-именлек ҡайтарғас, Яҡуп нәҫеле шатлыҡ кисерер, Исраил халҡы ҡыуаныр!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan