Зәбүр 128 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Инде былай тиһен Исраил: «Йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, – 2 Эйе, йәш сағымдан мине ныҡ иҙҙеләр, Әммә еңә алманылар. 3 Һабансылар һабан һөрҙөләр һыртымда, Оҙон бураҙналар һалдылар. 4 Әммә Раббы ғәҙел, Яуыздар һалған бауҙарҙы ҡырҡып ташланы». 5 Сионға ҡарата нәфрәт тотҡан һәр кем Оятҡа ҡалып артҡа сигенһен. 6 Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған, Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар. 7 Ундай үлән менән ураҡсы – усын, Көлтә бәйләүсе ҡосағын тултырмаҫ. 8 Үтеп барыусылар иһә: «Алла һеҙгә фатиха бирһен, Раббы исеме менән бәрәкәт теләйбеҙ», – тип әйтмәҫ. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia