Зәбүр 127 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның юлында йөрөгән әҙәм! 2 Ҡулың менән эшләп тапҡанды ашарһың, Һин бәхетле, рәхәт булыр һиңә. 3 Ҡатының өйөңдә мул уңыш биргән йөҙөмдәй булыр; Балаларың зәйтүн үҫентеһе һымаҡ өҫтәлеңде уратып ултырыр. 4 Раббынан ҡурҡҡан кеше Бына ошолай фатихаланыр. 5 Раббы Сиондан һиңә хәйер-фатиха бирһен! Йәрүсәлимдең хөр тормошон күрерһең Бөтөн ғүмерең буйынса! 6 Балаларыңдың балаларын күрерһең! Исраилға булһын именлек! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia