Зәбүр 125 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббы Сиондың тотҡондарын ҡайтарған саҡта, Беҙ төш күргән һымаҡ булдыҡ. 2 Ауыҙыбыҙ шатлыҡтан йырылды, Телебеҙҙән ҡыуаныс ауаздары түгелде. Шунда башҡа ҡәүемдәр бер-береһенә әйтте: «Раббы уларға бөйөк эш ҡылды!» 3 Раббы беҙгә бөйөк эштәр ҡылды, Беҙ һөйөнөп бөтә алманыҡ. 4 Негев сүлендә ҡороған үҙәндәрҙе ҡабат һыуға тултырған һымаҡ, Тотҡондағыларыбыҙҙы кире ҡайтар, Раббы. 5 Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр; 6 Орлоҡ тоғон аҫып илай-илай сәсеүселәр, Шатлана-шатлана көлтәләр күтәреп ҡайтыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia