Зәбүр 124 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Раббыға өмөтөн бағлағандар Тетрәмәҫ, мәңге торор Сион тауына оҡшар. 2 Тауҙар Йәрүсәлимде нисек уратһа, Хәҙер ҙә, мәңге лә Раббы ла халҡын шулай ҡурсалар. 3 Залимдың хакимлыҡ таяғы Тоғроларҙың биләмәһендә оҙаҡҡа ҡалмаҫ, Юҡһа тәҡүәләр ҡулдарын яман эштәргә һуҙыр. 4 Йә Раббы, саф йөрәклеләргә, Игелеклеләргә игелек ҡыл. 5 Әммә ҡыйыш юлға баҫҡандарҙы Раббы боҙоҡтар менән бергә ҡыуып ебәрер. Исраилға булһын именлек! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia