Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 123 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,

2 Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа, Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта

3 Беҙҙе тереләй йоторҙар ине, Беҙгә ҡаршы асыуҙары тоҡанғанда.

4 Һыуҙар беҙҙе йыуып ташлар ине, Ташҡын беҙҙе баҫып китер ине,

5 Шашҡан һыуҙар башыбыҙҙан ашыр ине.

6 Раббы мөбәрәк булһын – Йыртҡыс тештәргә беҙҙе табыш итеп бирмәне!

7 Йәнебеҙ беҙҙе аулаусыларҙың тоҙағынан Ҡоштай ысҡынды, Ау өҙөлдө лә ҡотолоп сыҡтыҡ.

8 Беҙҙең өсөн ярҙам килә Күк менән ерҙе яратҡан Раббынан.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan