Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 122 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде мин төбәйем Һиңә, Эй күктәрҙе төйәк иткән!

2 Хужаһының ҡулына ҡараған ҡол, Хужабикәһенең ҡулына баҡҡан ҡол ҡатын һымаҡ Беҙҙең күҙҙәр ҙә Аллабыҙ Раббыға текәлгән, Уның беҙгә мәрхәмәтен көтөп ҡала.

3 Мәрхәмәт ҡыл, Раббы, ҡыҙған беҙҙе, Сөнки түбәнһетелеүҙән ғарыҡ булдыҡ.

4 Үҙҙәренән ҡәнәғәттәрҙең хурлауҙары туйҙырҙы, Тәкәбберҙәрҙең кәмһетеүҙәре үҙәккә үтте.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan