Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 120 - Изге Яҙма


1 Ҡорамға артылыусылар йыры.

1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Күҙҙәремде тауҙарға төбәйем, Ҡайҙан килер икән миңә ярҙам?

2 Миңә ярҙам киләсәк Раббынан, Күк менән ерҙе Бар ҡылыусынан.

3 Ул аяҡтарыңа абынырға бирмәҫ, Һине ҡурсалаусы һәр саҡ уяу.

4 Баҡ, Исраилды һаҡлаусы Ойоп та китмәҫ, йоҡламаҫ.

5 Һинең һаҡлаусың – Раббы, Ул уң яғыңда, һинең ышығың.

6 Көндөҙ ҡояштың һиңә зыяны теймәҫ, Төндә ай ҙа һиңә зарар итмәҫ.

7 Раббы һине яманлыҡтан һаҡлар, Йәнеңде һәр саҡ ҡурсалар.

8 Ингәнеңде лә, сыҡҡаныңды ла Хәҙер ҙә, мәңге лә һаҡлап торор.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan