Зәбүр 12 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем? 3 Ҡасанғаса йәнем тынғы тапмаҫ, Күңелемдә көн-төн хәсрәт булыр? Ҡасанға тиклем дошманым өҫтөн ҡалыр? 4 Ҡараһаңсы, яуап ҡайтарһаңсы, Раббым Аллам! Күҙҙәремә нур бир, үлем йоҡоһона талмайымсы! 5 Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар. 6 Мин Һинең мөхәббәтеңә өмөтләнәм, Күңелем ҡотҡарыуыңа ҡыуанасаҡ. Мин Һиңә йырлармын, Раббы: «Ул миңә яҡшылыҡ ҡылды». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia