Зәбүр 119 - Изге Яҙма1 Ҡорамға артылыусылар йыры. 1 Ҡорамға артылыусылар йыры. Хәсрәтле сағымда Раббыға ялбарҙым, Ул миңә яуап ҡайтарҙы. 2 Раббы, ҡотҡар йәнемде ялған телдәрҙән, Алдаҡсының ауыҙынан! 3 Эй мәкерле тел, һиңә нимә бирелер, Уның өҫтөнә нимә өҫтәлер? 4 Яугирҙең осло уҡтары! Артыш ағасының утлы ҡуҙы! 5 Хәлем ауыр, Мәшәхтә килмешәкмен; Төйәгем – Ҡыдар сатырҙарында. 6 Артыҡ оҙаҡ торҙом Тыныслыҡты күрә алмағандар араһында. 7 Мин тыныслыҡ яғындамын, Әммә һөйләйем тип ауыҙ асһам, Улар һуғыш хаҡында һүҙ башлай. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia