Зәбүр 118 - Изге Яҙма(Алеф) (Алеф) 1 Бәхетле пак юлдан йөрөгәндәр, Раббының ҡануны менән йәшәгәндәр. 2 Бәхетле Уның күрһәтмәләрен тотҡандар, Бар булмышы менән Уны эҙләгәндәр! 3 Улар яман ғәмәл ҡылмаҫ, Раббы юлдарынан йөрөр. 4 Һин өгөт-нәсихәт бирҙең, Уларға тоғро булырға бойорҙоң. 5 Ҡағиҙәләреңә тоғро ҡалыр өсөн Тотҡан юлымда тәүәккәл булһам ине! 6 Бөтә бойороҡтарыңдан күҙемде алмаҫ, Шул ваҡытта һис оятҡа ҡалмаҫ инем. 7 Ғәҙел ҡарарҙарыңды өйрәнеп, Саф күңелдән Һиңә рәхмәттәр уҡырмын. 8 Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым! (Бейт) (Бейт) 9 Нисек юлын пак килеш һаҡлар йәш кеше? Бары Һинең һүҙҙәреңде тотоп ҡына. 10 Бөтөн булмышым менән Һине эҙләйем, Бойороҡтарыңдан тайпылырға юл ҡуйма! 11 Һинең алдыңда гонаһлы булмаҫ өсөн, Һүҙҙәреңде йөрәгемдә һаҡлайым. 12 Йә Раббы, Һин мөбәрәкһең! Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт. 13 Ауыҙыңдан сыҡҡан һәр ҡарарҙы Телем минең һөйләп торор. 14 Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм, Хазина тапҡандай булам. 15 Нәсихәттәрең тураһында уйланам, Юлдарыңдан күҙемде алмайым. 16 Ҡағиҙәләрең менән йыуанам, Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым. (Гимел) (Гимел) 17 Мин ҡолоңа яҡшылыҡ ҡыл да йәшәйем, Әйткәндәреңә тоғро ҡалайым. 18 Күҙҙәремде ас, ҡануныңдың Мөғжизәләрен күрәйем. 19 Был донъяла мин мосафир ғына, Бойороҡтарыңды беләйемсе. 20 Хаҡ хөкөмдәреңде көҫәп, Йәнем талсыға һәр ваҡыт. 21 Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле тәкәбберҙәрҙе ауыҙлыҡланың. 22 Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам. 23 Түрәләр йыйылып миңә мәкер ҡора, Ә мин, ҡолоң, ҡағиҙәләрең хаҡында уйланам. 24 Өгөттәрең – минең һөйөнөсөм, Улар минең кәңәшселәрем. (Далеҫ) (Далеҫ) 25 Хәлһеҙләнеп тупраҡҡа йығылдым, Вәғәҙәңә күрә ҡабаттан йәшәү бирһәңсе! 26 Үткән юлдарымды һөйләнем, яуап ҡайтарҙың; Миңә ҡағиҙәләреңде өйрәт! 27 Нәсихәттәреңдең асылына төшөндөр, Мөғжизәләрең хаҡында уйланайым. 28 Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым, Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт! 29 Ялған юлдан мине йыраҡлаштыр, Илтифат менән миңә ҡануныңды өйрәт. 30 Мин хәҡиҡәт юлын һайлап алдым, Ҡарар-хөкөмдәрең – йөрәгемдә. 31 Һинең күрһәтмәләреңә күңел бирҙем, Йә Раббы, оятҡа ҡалырға юл ҡуйма! 32 Һин бойорған юлдан йүгерәмен, Йөрәгемә төшөнөү бирәһең. (Һе) (Һе) 33 Ҡағиҙәләрең ҡушҡан юлдан йөрөргә өйрәт, Раббы, Уларҙы мин һәр ваҡыт тотормон. 34 Аҡыл бир миңә, ҡануныңды үтәрмен, Ысын күңелдән уны ғәмәлгә ашырырмын. 35 Бойороҡтарың һуҡмағынан етәклә мине, Мин унан ләззәт табамын. 36 Йөрәгем хәрәм малға әүрәмәһен, Уны күрһәтмәләреңә табан йүнәлт. 37 Күҙҙәремде ығы-зығыларҙан биҙҙер, Мине Үҙ юлыңда йәшәт. 38 Үҙеңдән ҡурҡҡандарға биргән һүҙеңде Мин ҡолоң өсөн бойомға ашыр. 39 Үҙем ҡурҡҡан хурлыҡтан алыҫ тот мине, Ҡарар-хөкөмдәрең игелекле Һинең. 40 Мин өгөт-нәсихәттәреңә сарсайым, Хаҡлығың солғанышында йәшәт! (Уау) (Уау) 41 Йә Раббы, мөхәббәтеңде күрһәт, Әйткәнеңә күрә ҡотҡар мине! 42 Шул саҡ мине хурлағанға Лайыҡлы яуап табырмын, Сөнки Һинең Һүҙеңә инанам. 43 Хәҡиҡәт һүҙҙәрен ауыҙымдан тартып алма, Ҡарар-хөкөмдәреңә өмөт бағлайым. 44 Мин Һинең ҡануныңа һәр ваҡыт, Мәңге-мәңге тоғролоҡ һаҡлармын. 45 Иркенләп баҫып йөрөйөм, Сөнки өгөт-нәсихәттәреңде үтәргә тырышам. 46 Күрһәтмәләрең хаҡында батшаларға һөйләрмен, Һис тә оялып тормаҫмын. 47 Бойороҡтарың минең өсөн шатлыҡ, Мин бит улар менән зауыҡланам. 48 Мин яратҡан бойороҡтарыңа табан ҡул һуҙам, Һинең ҡағиҙәләрең тураһында уйланам. (Зайн) (Зайн) 49 Иҫеңдә тот мин ҡолоңа әйткән вәғәҙәңде, Уның менән миңә өмөт бирҙең. 50 Ғазап сиккәндә ул йыуанысым минең, Һинең һүҙең миңә йәшәү бирә. 51 Хаяһыҙҙар мине бик хурланы, Әммә Һинең ҡануныңдан тайпылманым. 52 Боронғонан килгән ҡарар-хөкөмдәреңде, йә Раббы, Хәтерләйем, уларҙан йыуаныс табам. 53 Ҡануныңды ташлаған яуыздарҙы күрһәм, Мине ярһыу биләп ала. 54 Мин килмешәк булып ғүмер һөргән ерҙә Ҡағиҙәләрең минең өсөн йыр кеүек. 55 Төндәрен исемеңде ҡабатлайым, йә Раббы, Һинең ҡануныңа тоғро ҡалам. 56 Был минең ғәҙәтемә әйләнде, Ҡағиҙә-ҡанундарыңды ғәмәл ҡылам. (Хеҫ) (Хеҫ) 57 Йә Раббы, Һин – минең насибым, Һүҙеңдән сыҡмаҫҡа вәғәҙә бирәм. 58 Һиңә бар булмышым менән доға ҡылам, Вәғәҙәңә күрә ҡыҙған мине. 59 Тотҡан юлым хаҡында уйландым, Аҙымымды күрһәтмәләреңә күрә баҫам. 60 Бойороҡтарыңды үтәргә ашығамын, Оҙон-оҙаҡҡа һуҙманым. 61 Залимдар мине арҡан менән сорнаны, Әммә Һинең ҡануныңды онотмайым. 62 Һинең ғәҙел хөкөмдәрең өсөн Төн уртаһында тороп та шөкөр ҡылам. 63 Һинән ҡурҡҡандар, хөрмәт иткәндәр, Нәсихәттәреңә тоғролар менән мин дуҫмын. 64 Ер йөҙө тоғро мөхәббәтең менән тулы, йә Раббы, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә! (Теҫ) (Теҫ) 65 Йә Раббы, биргән вәғәҙәңә тоғро ҡалып, Мин ҡолоңа күп яҡшылыҡ ҡылдың. 66 Миңә зиһен һәм белем бир, Раббы, Һинең бойороҡтарыңа ышанам. 67 Ғазапҡа тарығаныма тиклем аҙашҡанмын, Ә хәҙер Һинең һүҙеңде ныҡ тотам. 68 Һин миһырбанлы, ғәмәлең игелекле, Мине ҡағиҙәләреңә өйрәт. 69 Тәкәбберҙәр миңә яла яға, Әммә мин бөтөн булмышым менән Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бойомға ашырам. 70 Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Ә мин иһә ҡануныңдан зауыҡ алам. 71 Ғазап сигеүем тик яҡшыға булды, Һинең ҡағиҙәләреңде өйрәндем. 72 Ауыҙыңдан сыҡҡан ҡанун минең өсөн Меңәрләгән алтын-көмөштән ҡиммәтерәк. (Йод) (Йод) 73 Һинең ҡулдарың яратҡан мине, бар ҡылған, Инде бойороҡтарыңды өйрәнергә зирәклек бир. 74 Һинән ҡурҡҡандар мине күреп ҡыуанһын, Сөнки мин Һинең һүҙеңә өмөт бағлайым. 75 Беләм, Раббы, хөкөмдәрең ғәҙел, Миңә яза биргәнеңдә Һин хаҡ инең. 76 Мин ҡолоңа биргән вәғәҙәңә күрә, Тоғро мөхәббәтең йыуанысым булһын. 77 Миңә шәфҡәтле бул һәм йәшәйем, Ҡануның Һинең – ләззәтем сығанағы. 78 Мине сәбәпһеҙ рәнйеткән өсөн Хаяһыҙҙар оятҡа ҡалһындар, Ә минең уйымда Һинең өгөт-нәсихәтең булыр. 79 Эргәмә Һинән ҡурҡҡандар, Күрһәтмәләреңде белгәндәр йыйылһын. 80 Мәсхәрәгә тороп ҡалмаҫ өсөн, Йөрәгем ҡағиҙәләреңә күрә камил булһын. (Каф) (Каф) 81 Ҡотҡарыуыңды көҫәп эсем өҙөлә, Әйткән һүҙеңә өмөт бағлайым. 82 Вәғәҙәңде көтә-көтә күҙ нурҙарым бөтә, Ҡасан мине тынысландырырһың? 83 Төтөндә ҡарайып, кибеп бөткән турһыҡ һымаҡ булдым, Шул хәлдә лә ҡағиҙәләреңде онотманым. 84 Мин ҡолоңа әле оҙаҡ көтөргәме? Йәберләүселәремде ҡасан хөкөм итерһең? 85 Тәкәбберҙәр миңә соҡор ҡаҙынылар, Улар Һинең ҡануныңа буйһонмайҙар. 86 Һинең бөтә бойороҡтарың – ышаныслы, Мине нахаҡҡа эҙәрләйҙәр, ярҙам ит! 87 Саҡ ҡалдылар мине ер йөҙөнән юҡ итмәйсә; Әммә нәсихәттәреңде ташламаным. 88 Тоғро мөхәббәтеңә күрә йәшәү бир миңә, Ауыҙыңдан сыҡҡан күрһәтмәләреңә тоғро ҡалайым. (Ламед) (Ламед) 89 Йә Раббы, Һинең һүҙең мәңгелек, Ул күктәрҙә һис ҡаҡшауһыҙ тора. 90 Тоғролоғоң быуындан-быуынға дауам итә; Ерҙе Һин урынлаштырҙың һәм ул ныҡ тора. 91 Һинең ҡарарҙарыңа буйһонғанға күрә, Бар нәмә хәҙергә тиклем тора, Һиңә хеҙмәт итә. 92 Әгәр ҡануның миңә ләззәт булмаһа, Күптән инде хәсрәтемдән үлер инем. 93 Ҡағиҙә-ҡанундарыңды бер ваҡытта ла онотмам, Сөнки улар менән мине йәшәтәһең. 94 Мин – Һинеке, мине ҡотҡарһана, Өгөт-нәсихәттәреңә ынтыламын. 95 Залимдар мине һәләк итер өсөн һағалай, Мин иһә күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөтәм. 96 Күрҙем: һәр камиллыҡтың сиге бар, Тик ҡануның ғына икһеҙ-сикһеҙ. (Мем) (Мем) 97 Нисек яратам мин ҡануныңды! Көн оҙоно уның хаҡында уйлайым. 98 Бойороҡтарың дошмандарымдан аҡыллы итә, Улар мәңге минең менән. 99 Күрһәтмәләрең хаҡында фекер йөрөткәнгә, Барса остаздарымдан зирәгерәк булдым. 100 Аҡһаҡалдарҙан зиһенлерәкмен, Сөнки Һинең нәсихәттәреңә таянам. 101 Һинең һүҙҙәреңә тоғро ҡалам, Яман юлға аяғымды баҫмам. 102 Хөкөмдәреңдән айырылмам, Сөнки мине Һин Үҙең өйрәттең. 103 Ауыҙымда һүҙҙәреңдең тәме, Улар минең өсөн балдан татлы! 104 Нәсихәттәреңдән аҡыл йыям, Шуға ла һәр төрлө ялған юлды күрә алмайым. (Нун) (Нун) 105 Һинең һүҙең аҙымдарым өсөн сыраҡ, Юлыма нур сәскән яҡтылыҡ. 106 Ғәҙел хөкөмдәреңде һаҡларға ант иттем, Биргән һүҙемдә торормон. 107 Эй Раббым, мин күп ғазаптар сиктем, Вәғәҙәңә күрә йәнемде һаҡла. 108 Эй Раббым, ауыҙымдан сыҡҡан һүҙҙәремде Ихлас ҡорбандар һымаҡ ҡабул ит, Миңә хөкөм-ҡарарҙарыңды өйрәт. 109 Тормошом гел хәүеф аҫтында булһа ла, Һинең ҡануныңды онотмайым. 110 Залимдар миңә тоҙаҡ ҡорҙолар, Әммә нәсихәттәреңдән тайпылманым. 111 Күрһәтмәләреңде мәңгелек мираҫҡа алдым, Улар йөрәгемдең һөйөнөсө. 112 Ғүмеремдең һуңғы көндәренә саҡлы Ҡағиҙәләрең буйынса йәшәргә тип, Бар күңелемдән ынтылам. (Самех) (Самех) 113 Ике йөҙлө әҙәмдәрҙе күрә алмайым, Ә Һинең ҡануныңды яратам. 114 Һин – һыйыныр ышығым, ҡалҡаным, Һинең һүҙҙәреңә өмөт тотам. 115 Йыраҡ тороғоҙ минән, яуыздар, Алламдың бойороҡтарын ғәмәлгә ашырам. 116 Вәғәҙәңә күрә миңә терәк бул – йәшәрмен, Өмөтөм бушҡа сыҡмаһын, оятҡа ҡалдырма! 117 Таяныс бул миңә, ҡотолайым, Ҡағиҙәләреңде һәр ваҡыт күҙ уңында тотормон. 118 Ҡағиҙәләреңдән тайпылғандарҙы Үҙеңдән ситкә тибәһең, Уларҙың мәкер-хәйләһе тик бушҡа ғына. 119 Донъялағы яуыздарҙы сүп-сарҙай һепереп түгәһең, Шуға ла нәсихәттәреңде яратам. 120 Бөтөн тәнем ҡалтырана дәһшәтеңдән, Ныҡ ҡурҡам хөкөмдәреңдән. (Ғайн) (Ғайн) 121 Мин ғәҙел һәм тоғро эштәр ҡылдым, Ташлама иҙеүселәр ҡулына! 122 Ҡолоңдоң именлеген тәьмин ит, Раббы, Хаяһыҙ бәндәләр яфалай алмаһын. 123 Күҙҙәремдең нуры һүнер инде Ҡотҡарыуыңды, хаҡ һүҙеңдең ғәмәлгә ашыуын көтөп. 124 Тоғро мөхәббәтеңә күрә эш ит ҡолоң менән, Ҡағиҙәләреңде миңә өйрәт. 125 Мин һинең ҡолоңмон, бирсе зиһен, Нәсихәттәреңде аңлар өсөн. 126 Эй Раббы, сара күрер ваҡыт етте, Һинең ҡануныңды боҙҙолар. 127 Ә мин Һинең бойороҡтарыңды Алтындан, саф алтындан нығыраҡ яратам. 128 Һинең нәсихәттәреңә күрә тура барам, Һәр бер ялған юлға нәфрәтләнәм. (Пе) (Пе) 129 Һинең күрһәтмәләрең ғәжәйеп, Шуға күрә уларға буйһонам. 130 Һүҙҙәрең асылыуҙан нурҙар тарала, Бер ҡатлыларҙы аҡылландыра. 131 Ауыҙымды асып ауыр һулыш алам, Сөнки әмерҙәреңә сарсаным. 132 Миңә борол да мәрхәмәтеңде ҡыл, Һин бит исемеңде яратҡандарға гел шәфҡәтлеһең. 133 Биргән вәғәҙәңә күрә аҙымымды нығыт, Һис бер гонаһ миңә хужа була алмаһын. 134 Кешенең иҙеүенән йолоп ал мине, Һинең нәсихәттәреңде тотайым. 135 Йөҙөң мин ҡолоңа нурын сәсһен, Ҡағиҙәләреңде өйрәт миңә. 136 Күҙҙәремдән йылғалай йәш аға, Сөнки кешеләр буйһонмай ҡануныңа. (Саде) (Саде) 137 Эй Раббым, Һин – хаҡлыҡ эйәһе, Хөкөмдәрең ғәҙел Һинең. 138 Тәғәйенләгән күрһәтмәләрең дөрөҫ, Улар тулыһынса ышаныслы. 139 Дошмандарым һүҙҙәреңде онотҡанға Асыуым яндырып-өтөп бара. 140 Утҡа һалып сафландырғандай пак һүҙең, Мин ҡолоң уларҙы бик яратам. 141 Түбәнһетелһәм дә, хурланһам да, Нәсихәттәреңде онотмайым. 142 Ғәҙеллегең мәңгегә хаҡ, Ҡануның Һинең – хәҡиҡәт. 143 Бәлә-ҡазаға тарыған саҡта, Бойороҡтарыңдан мин ләззәт табам. 144 Күрһәтмәләреңдең хаҡлығы мәңгелек, Зирәклек бир миңә һәм йәшәрмен. (Ҡоф) (Ҡоф) 145 Бар булмышым менән ялбарам, яуапла, Раббы! Ҡағиҙәләреңә буйһонормон. 146 Һине саҡырамын, ҡотҡар мине, Нәсихәттәреңә тоғро ҡалайым. 147 Таң һыҙылғандан алда торам да Ярҙам ялбарып Һине саҡырам, Сөнки биргән һүҙеңә өмөт бағлайым. 148 Әйткәнеңде тәрән аңлайым тип, Таңғаса күҙемде йоҡо алмай. 149 Тоғро мөхәббәтең хаҡына ауазыма ҡолаҡ һал, Йә Раббым, ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла! 150 Мәкер ҡороусылар миңә яҡынлашты, Улар Һинең ҡануныңдан алыҫ тора. 151 Һин иһә, йә Раббы, янымдаһың, Бөтә бойороҡтарың – хәҡиҡәт. 152 Күптән белдем күрһәтмәләреңдән, Уларҙы мәңгелеккә биргәнһең. (Реш) (Реш) 153 Ғазап сиккәнемде күр, мине ҡотҡар, Мин бит Һинең ҡануныңды онотмайым. 154 Дәғүәмдә мине яҡла, ҡотҡарып ал, Вәғәҙәңә күрә, йәнемде һаҡла. 155 Яуыздар ҡотолоуҙан йыраҡ тора, Сөнки улар ҡағиҙәләреңә эйәрмәйҙәр. 156 Рәхим-шәфҡәтең киң, йә Раббым, Ғәҙеллегең менән йәнемде һаҡла! 157 Мине эҙәрләүсе дошмандар күп, Әммә мин нәсихәттәреңдән тайпылмайым. 158 Мөртәттәргә ерәнеп ҡарайым, Улар Һинең һүҙҙәреңде тотмай. 159 Ҡараһаңсы, ни тиклем яратам нәсихәттәреңде, Тоғро мөхәббәтең хаҡына һаҡла йәнемде. 160 Һинең һүҙең – хәҡиҡәттең үҙе, Һәр бер ғәҙел хөкөмөң мәңгелек. (Син менән Шин) (Син менән Шин) 161 Түрә-хакимдар мине бер ғәйепһеҙгә эҙәрләй, Әммә йөрәгем Һинең һүҙеңдән генә ҡалтырай. 162 Оло хазина тапҡан кешеләй, Һинең һүҙеңә ҡыуанам. 163 Нәфрәтләнәм, ерәнәм ялғандан, Һинең ҡануныңды иһә яратам. 164 Һине ғәҙел хөкөм-ҡарарҙарың өсөн Көнөнә етешәр мәртәбә данлайым. 165 Ҡануныңды яратҡандар бөйөк именлеккә эйә булыр, Һис бер нәмә уларға ҡаршылыҡ булмаҫ. 166 Раббы, ҡотҡарыуыңа өмөт бағлайым, Бойороҡтарыңды бойомға ашырам. 167 Нәсихәттәреңде күңел түремдә һаҡлайым, Уларҙы мин ифрат яратам. 168 Нәсихәт һәм күрһәтмәләреңде тотам, Йөрөр юлдарым Һинең күҙең алдыңда. (Тау) (Тау) 169 Ялбарыуым хозурыңа етһен, Раббы, Биргән вәғәҙәңә күрә аҡыл бир миңә! 170 Ялбарыуҙарым һиңә олғашһын, Биргән вәғәҙәң хаҡына ҡотҡар! 171 Ауыҙымдан Һиңә маҡтауым түгелһен, Һин бит миңә ҡағиҙәләреңде өйрәтәһең. 172 Телем Һинең һүҙҙәреңде һөйләр, Сөнки бөтә бойороҡтарың ғәҙел. 173 Ҡулың ярҙамға әҙер булһын, Мин нәсихәттәрең буйынса йәшәүҙе һайланым. 174 Ҡотҡарыуыңа сарсаным, Раббым, Ҡануныңдан Һинең ләззәт табам. 175 Ғүмер бир миңә, Һиңә маҡтау яуҙырайым, Ҡарар-хөкөмдәрең миңә ярҙам бирһен. 176 Юғалған һарыҡтай аҙаштым, Мине, Үҙеңдең ҡолоңдо, эҙләп тап, Сөнки бойороҡтарыңды мин онотманым. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia