Зәбүр 115 - Изге Яҙма1-2 «Әсе хәсрәттәмен», – тигәндә лә, Йәнем көйөп: «Бөтә кеше алдаҡсы», – тиһәм дә, Раббыға ышанысым юғалманы. 3 Раббы миңә ҡылған бар яҡшылыҡтарҙы Уға нисек итеп ҡайтарайым? 4 Ҡотолоу туҫтағын юғары күтәрермен, Раббының исемен ҡабатлармын. 5 Раббыға нәҙерҙәремде Бөтә халҡы алдында үтәрмен. 6 Тоғро бәндәләренең йәне Раббы өсөн ифрат ғәзиз. 7 Йә Раббы, Һинең ҡолоңмон; Мин Һинең ҡолоң, ҡолиәңдең улымын. Һин минең бығауҙарымды өҙҙөң. 8 Шөкөр ҡорбандары килтерермен, Раббының исемен ҡабатлармын. 9 Раббыға нәҙеремде үтәрмен Уның бөтә халҡы ҡаршыһында, 10 Раббы ҡорамы ихатаһында, Һинең уртаңда, эй Йәрүсәлим! Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia