Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 114 - Изге Яҙма

1 Мин яратам Раббыны, Ул минең ялбарыуымды ишетә.

2 Ул миңә ҡолаҡ һалғанға күрә, Ғүмерем буйы Уны саҡырырмын.

3 Мине әжәлдең бауҙары сырмап алды, Үлеләр донъяһының ғазаптары башыма төштө, Бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарыным!

4 Шул саҡ мин Раббыны исеме менән саҡырҙым, «Йә Раббым, йәнемде ҡотҡар!» – тинем.

5 Раббы мәрхәмәтле, ғәҙел, Аллабыҙ беҙҙең рәхимле.

6 Раббы эскерһеҙ йәндәрҙе һаҡлай; Ауыр хәлгә ҡалғанымда, Ул мине ҡотҡарҙы.

7 Йәнемә тыныслыҡ ҡайтһын йәнә, Сөнки Раббы яҡшылығын ҡылды.

8 Йә Раббы, Һин йәнемде үлемдән, Күҙҙәремде йәштән, Аяғымды һөрөнөүҙән йолоп алдың.

9 Тереләр донъяһында, Раббының хозурында йөрөрмөн.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan