Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 113 - Изге Яҙма

1 Исраил халҡы – Мысырҙан, Яҡуп нәҫеле ят ҡәүем араһынан сыҡҡас,

2 Йәһүҙә – Раббының мөҡәддәс ере, Исраил Раббының биләмәһе булды.

3 Диңгеҙ уларҙы күрҙе лә ҡасты, Иордан кирегә аҡты.

4 Тауҙар һарыҡ тәкәләре һымаҡ, Түбәләр бәрәстәй һикереште.

5 Эй диңгеҙ, һиңә ни булды, ниңә ҡастың? Иордан, нишләп кирегә аҡтың?

6 Эй тауҙар, ниңә тәкәләр ише, Түбәләр бәрәстәй һикереште?

7-8 Эй ер йөҙө, бөйөк Хакимың алдында, Ҡая ташты күлгә әйләндергән, Саҡматашты шишмә иткән Раббы, Яҡуп Аллаһы алдында тетрә.

9 Беҙҙе түгел, Раббы, беҙҙе түгел, Мөхәббәтең менән тоғролоғоң хаҡына Һин Үҙеңдең исемеңде данла!

10 Ни өсөн ҡәүемдәргә: «Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?» – тиергә?

11 Беҙҙең Аллабыҙ – күктәрҙә, Нимә теләй, шуларҙың барыһын ғәмәл ҡыла.

12 Ә ҡәүемдәрҙең боттары – алтын-көмөш, Кеше ҡулы менән яһалған.

13 Ауыҙҙары бар ҙа, һөйләшмәйҙәр, Күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр;

14 Ҡолаҡтары бар ҙа, ишетмәйҙәр, Танауҙары бар ҙа, еҫ һиҙмәйҙәр;

15 Ҡулдары бар ҙа, тоя алмайҙар, Аяҡтары бар, йөрөй алмайҙар; Тамаҡтарынан тауыш сыҡмай.

16 Кем уларҙы яһаған, Уларға өмөт бағлаған – барыһы ла Шул боттарға оҡшап ҡалыр!

17 Эй Исраил, өмөтөңдө бағла Раббыға, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!

18 Эй Һарун нәҫеле, өмөтөңдө бағла Раббыға, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!

19 Раббынан ҡурҡҡандар, Раббыға өмөт бағлағыҙ, Ул – ярҙамсыбыҙ һәм ҡалҡаныбыҙ!

20 Раббы беҙҙе онотмай, фатиха бирә, Исраил халҡын, Һарун нәҫелен фатихалай.

21 Үҙенән ҡурҡҡандарҙың олоһон да, кесеһен дә, Барыһын да фатихалай.

22 Раббы һеҙҙе лә, балаларығыҙҙы ла арттырһын!

23 Күкте лә, ерҙе лә бар ҡылған Раббы Һеҙгә фатихаһын бирһен.

24 Раббы күкте Үҙенеке иткән, Әммә ерҙе кешеләргә биргән.

25 Үлектәр, өнһөҙлөк донъяһына төшкәндәр, Раббыны данламаҫ;

26 Беҙ иһә Раббыны хәҙер ҙә, Мәңге лә данларбыҙ. Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan