Зәбүр 112 - Изге Яҙма1 Раббыны данлағыҙ! Эй Раббы ҡолдары, Раббыны данлағыҙ, Раббының исемен данлағыҙ! 2 Раббының исеме хәҙер ҙә, Мәңге лә мөбәрәк булһын! 3 Көнсығыштан көнбайышҡа тиклем Раббының исеме данланып торһон! 4 Раббы бар халыҡтарҙан да өҫтөн, Шөһрәте күктәрҙән юғарыраҡ. 5 Кем беҙҙең Аллабыҙ Раббыға оҡшаш? Ул юғарыла тәхет ҡорған. 6 Ул күккә һәм ер йөҙөнә эйелеп ҡарай. 7 Ул ярлыны тупраҡтан күтәрә, Хәйерсене сүплектән ҡалҡыта, 8 Уға башлыҡтар янында урын бирә, Халҡының түрәләре менән бергә ултырта. 9 Түлһеҙ ҡатынды, ғаиләле, Бала һөйгән бәхетле әсә итә. Раббыны данлағыҙ! |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia