Зәбүр 111 - Изге Яҙма1 Раббыны данлағыҙ! Ниндәй бәхетле Раббынан ҡурҡҡан, Уның бойороҡтарына ҡыуанып буйһонған кеше! (Алеф, Бейт) (Гимел, Далеҫ) (Гимел, Далеҫ) 2 Тоҡомо Ер йөҙөндә ҡеүәт ҡаҙаныр, Намыҫлыларҙың заты фатихаланыр. (Һе, Уау) (Һе, Уау) 3 Өйөнән муллыҡ-байлыҡ өҙөлмәҫ, Мәңге тәҡүә булып ҡалыр. (Зайн, Хеҫ) (Зайн, Хеҫ) 4 Намыҫлыларға хатта ҡараңғылыҡта ла нур ағыла, Мәрхәмәтле, рәхимле һәм ғәҙел әҙәмдәргә яҡтылыҡ сәселә. (Теҫ, Йод) (Теҫ, Йод) 5 Яҡшы кеше йомарт һәм бурысҡа бирә, Һәр эшен ғәҙеллек менән башҡара! (Каф, Ламед) (Каф, Ламед) 6 Ул һис ҡасан да ҡаҡшамаҫ, Тәҡүә әҙәм мәңге онотолмаҫ. (Мем, Нун) (Мем, Нун) 7 Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтә йөрәктән Раббыға өмөт бағлар. (Самех, Ғайн) (Самех, Ғайн) 8 Йөрәге тотороҡло, һис ҡурҡыу белмәҫ, Ниһайәт, тиҙҙән дошмандарының еңелгәнен күрер. (Пе, Саде, Ҡоф) (Пе, Саде, Ҡоф) 9 Бүләктәрен ул мохтаждарға мул өләшер; Изгелеге уның мәңгелек, Данға күмелеп башын юғары сөйөр. (Реш, Шин, Тау) (Реш, Шин, Тау) 10 Яуыз кеше быны күреп аҙапланыр, Тешен шығырҙатыр, яйлап кибер. Залимдарҙың теләктәре бушҡа сығыр. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia