Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 11 - Изге Яҙма

1 Йырсылар етәксеһенә: һигеҙ ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында. Дауыттың мәҙхиәһе.

2 Ҡотҡар, Раббы! Тәҡүә бер кеше ҡалманы, Һиңә тоғролар ҡалманы әҙәм балалары араһында.

3 Ялған һөйләйҙәр бер-береһенә; Телдәре шыма, күңелдәрендә – хәйлә.

4 Ҡырҡып ташлаһын Раббы ялған телдәрҙе; Маҡтансыҡ ауыҙҙарҙың өндәрен тыҡһын.

5 Әйтер улар: «Телебеҙ менән еңәбеҙ! Ауыҙ үҙебеҙҙеке – кем хужа беҙгә?»

6 Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».

7 Раббының һүҙҙәре – пактан-пак: Усаҡта ете ҡат яндырылып Таҙартылған иң саф көмөш һымаҡ.

8 Йә Раббы, Һин уларҙы һаҡларһың, Был нәҫелдән мәңге ҡурсаларһың.

9 Һәр тарафта ҡәбәхәтлек – маҡтаулы, Ямандар баҫты донъяны.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan