Зәбүр 109 - Изге Яҙма1 Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы минең хакимыма әйтте: «Мин дошмандарыңды баҫҡыс итеп Аяҡ аҫтыңа һалғанға тиклем, Уң яғымда ултыр». 2 Раббы һиңә Сиондан ҡөҙрәтле таяғын күндерер: «Дошмандарың араһында баш булып тор!» 3 Көсөңдө күрһәткән көндө Халҡың ихлас артыңдан эйәрер. Мөҡәддәс данға бөркәнеп, Таңдың бәғеренән тыуған ысыҡ кеүек, Һиңә йәшлегең килер. 4 Раббы ант итте һәм ҡарарынан ҡайтмаҫ: «Һин Мәлки-Садиҡ дәрәжәһендәге Мәңгелек ҡаһинһың!» – тине. 5 Раббы Хаким – һинең уң яғыңда; Яза көнөндә Ул батшаларҙы ҡырыр, 6 Ҡәүемдәргә хөкөм сығарыр, Ерҙе мәйеттәр менән тултырыр, Бөтә ер йөҙөндә башлыҡтарҙы иҙеп ташлар. 7 Юл буйындағы шишмәнән һыу эсерһең; Көсөң артып, башыңды текә тоторһоң. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia