Зәбүр 108 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Эй Алла, Һиңә маҡтау яуҙырам! Өнһөҙ ҡалма! 2 Яуыздар һәм мәкерлеләр миңә ҡаршы ауыҙ асҡан, Ялғансы телдәре менән мине яманлайҙар. 3 Нәфрәт тулы һүҙҙәре мине ҡаманы, Бер сәбәпһеҙгә һөжүм итәләр. 4 Уларҙы яратыуыма ҡарамаҫтан, Мине ғәйепләйҙәр; Ә мин яуап итеп доға ҡылам. 5 Ашыма ҡаршы улар таш ата, Дуҫлыҡҡа нәфрәт менән яуап ҡайтара. 6 Эй Алла, дошманымды яман әҙәм ҡулына тапшыр, Уның уң яғына ғәйепләүсе баҫһын! 7 Хөкөм мәлендә хаҡһыҙға сыҡһын, Хатта доғаһы гонаһ һаналһын! 8 Әйҙә ғүмере ҡыҫҡарһын, Уның вазифаһын башҡа берәү биләһен! 9 Етем булһын балалары, Тол булып ҡалһын ҡатыны! 10 Улдары хәйер һорап теләнселәһен, Емерек өйөнән дә ҡыуылып сыҡһын! 11 Бар нәмәһе бурысын түләүгә китеп бөтһөн; Эшләп тапҡан малын яттар талап китһен! 12 Бер кемдә лә мәрхәмәт тапмаһын, Үкһеҙҙәренә шәфҡәт күрһәтеүсе булмаһын! 13 Нәҫел-нәсәбе ҡороһон, Исеме килер быуында юҡҡа сыҡһын! 14 Ата-бабаларының ғәйебен Раббы гел иҫендә тотһон, Әсәһенең гонаһтарын да һис онотмаһын! 15 Гонаһтары гел Раббының күҙ алдында торһон, Ә үҙҙәре хаҡындағы хәтирәне Раббы ер йөҙөнән юйып ташлаһын! 16 Сөнки ул шәфҡәт ҡылыуҙы уйламаны, Ярлы-мохтажды, күңеле китектәрҙе эҙәрләп, Уларҙы һәләк итергә тырышты. 17 Ул ҡарғышты яратты, Үҙ башына ҡарғыш төшһөн! Фатиха ҡылырға яратманы, Үҙенән фатиха йыраҡ китһен! 18 Кейем кеүек кейһен ул ҡарғышты, Һыу кеүек эсенә тулһын, Ҡарғыш май һымаҡ һөйәктәренә һеңһен! 19 Өҫтөндәге күлдәге кеүек ҡаплаһын, Һәр саҡ быуған билғау һымаҡ булһын. 20 Мине ғәйепләүселәргә, Миңә ҡаршы яманлыҡ һөйләүселәргә Раббы шулай яза бирһен! 21 Ә миңә Раббы Хакимым, Исемең хаҡына игелек ҡыл; Сөнки мөхәббәтең сикһеҙ, ҡотҡар! 22 Мин иһә бисара бер фәҡирмен, Йөрәге яралы бер әҙәммен. 23 Киске күләгә һымаҡ юҡ булып барам, Мине сиңерткәләй һелкеп төшөрҙөләр. 24 Аш бармағандан тубыҡтарым тотмай; Тире менән һөйәк ҡалды тәнем. 25 Әҙәм көлкөһөнә тороп ҡалдым; Мине күргәндәр баш сайҡай! 26 Йә Раббы Аллам, ярҙам итһәнә; Ҡотҡар тоғро мөхәббәтең хаҡына! 27 Белһендәр был Һинең ҡулыңдан булғанды, Раббым, быны Һин ҡылғанды! 28 Улар мине ҡарғаһын, Һин фатиха бир, Улар баш ҡалҡытһын, мәсхәрәгә ҡалһын, Ә мин ҡолоң иһә ҡыуанайым. 29 Дошмандарым хурлыҡҡа ҡапланһын, Оятҡа сапан кейгәндәй төрөнһөндәр! 30 Телем Раббыға шөкөрана яуҙырыр, Күптәр араһында мин Уны данлармын; 31 Сөнки Ул ғәйепләүселәрҙән ҡотҡарыр өсөн Ярлы-мохтаждың уң яғында тора. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia