Зәбүр 107 - Изге Яҙма1 Йыр. Дауыттың мәҙхиәһе. 2 Эй Алла, күңелем тоғро Һиңә! Бар булмышым менән Һиңә көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын. 3 Уян, лирам, уян арфам, Таңғы шәфәҡте мин уятайым! 4 Йә Раббы, халыҡтар араһында Һиңә рәхмәттәр уҡырмын; Өммәттәр араһында Һиңә маҡтау йырлармын. 5 Тоғро мөхәббәтең күктәрҙән юғары, Тоғролоғоң болоттарҙан аша. 6 Йә Алла, асмандан да юғарыраҡ ҡалҡ, Шөһрәтең бар ер йөҙөн иңләһен! 7 Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Миңә яуап ҡайтар! 8 Алла Үҙенең мөҡәддәс торлағында былай тине: «Тантана менән Шәхәмде бүлгеләрмен, Суккоҫ үҙәнен үлсәрмен. 9 Ғилғәд – Минеке, Менашше ла Минеке; Әфраим – башыма кейгән тимер торҡам. Йәһүҙә – хакимлыҡ таяғым. 10 Моав – йыуыныр ялғашым; Эдомға ҡатамды ырғытырмын, Пелешеҫ ерендә еңеү ораным яңғырар». 11 Кем мине нығытмалы ҡалаға алып инер? Кем миңә Эдомға тиклем юл күрһәтер? 12 Эй Алла, Һин Үҙең беҙҙе ташламаныңмы ни? Ғәскәрҙәребеҙ башында яу сапмайһың. 13 Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ. 14 Алла менән ҡеүәтебеҙ артыр, Ул дошмандарыбыҙҙы тапап ташлар. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia