Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 106 - Изге Яҙма

1 Раббыға рәхмәт уҡығыҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!

2 Шулай тиһен Раббынан ҡотолоу алғандар, Ул дошман ҡулынан тартып алынғандар;

3 Раббы уларҙы көнсығыш, көнбайыштан, Көньяҡ менән төньяҡтан тупланы, Күп илдәрҙән уларҙы йыйып алды.

4 Ҡайһылары һыуһыҙ сүлдә аҙашып йөрөнө, Кеше йәшәгән ҡалаға юл тапманы.

5 Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне.

6 Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән йолоп алды.

7 Төйәкләнер ҡалаға барып етһендәр өсөн, Раббы уларҙы тоғро юлдан етәкләне.

8 Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!

9 Сөнки Ул сарсаған йәндәрҙе һуғара, Астарҙы игелек менән туйындыра.

10 Ҡайһылары әсирлектә, дәһшәтле һәм шомло ҡараңғыла, Тимер бығауҙарҙа, хәсрәт эсендә йәшәне.

11 Улар Алланың һүҙенә ҡаршы килде, Юғарыларҙан Юғарының ихтыярын һанға һуҡманы.

12 Шуға Раббы уларҙы ауыр эш менән йыуашайтты, Улар хәлдән тайып ҡолағанда, ярҙам итеүсе булманы.

13 Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.

14 Уларҙы ҡараңғылыҡтан, Шомло ҡараңғылыҡтан сығарҙы, Бығауҙарын селпәрәмә өҙҙө.

15 Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!

16 Сөнки Ул баҡыр ишектәрҙе емерҙе, Тимер биктәрен һындырҙы.

17 Алйоттары иһә енәйәтсел юлдары, Ғәҙелһеҙлектәре өсөн ғазап сикте.

18 Уларҙың йәне ризыҡтан биҙгәйне, Үлем ҡапҡаһына килеп еткәйнеләр.

19 Хәсрәт эсенән Раббыға ялбарҙылар, Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.

20 Һүҙен ебәреп уларҙы һауыҡтырҙы, Үлем соҡоронан ҡотҡарып алып ҡалды.

21 Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!

22 Рәхмәт әйтеп ҡорбандар салһындар; Шатлана-шатлана Уның ҡылғандарын һөйләһендәр.

23 Ҡайһылары караптарҙа диңгеҙ гиҙҙе, Икһеҙ-сикһеҙ һыуҙарҙа юлдар ярҙы.

24 Улар – Раббының ғәмәлдәренә шаһит булды, Даръяларҙа Уның мөғжизәләрен күрҙе.

25 Уның бойороуы була – дауыл ҡуба; Бейек-бейек тулҡындар ҡалҡына.

26 Караптар күккә аша һәм тәрәнлеккә сума, Афәттән диңгеҙселәрҙең йәне сыға яҙа.

27 Улар иҫерек кеүек сайҡала, Оҫталыҡтарынан бармы файҙа?

28 Хәсрәт эсенән улар Раббыға ялбарҙылар; Раббы уларҙы бәләләрҙән ҡотҡарҙы.

29 Ул ғәрәсәтте туҡтата, Тулҡындар шунда уҡ тыныслана.

30 Тынлыҡҡа шатланған диңгеҙселәрҙе Раббы теләгән ерҙәренә алып бара.

31 Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!

32 Маҡтаһындар Уны халыҡ йыйынында, Данлаһындар аҡһаҡалдарҙың ҡоронда.

33 Раббы йылғаларҙы сүлгә әйләндерә, Инештәрҙе ҡорғаҡһыған тупраҡ итә.

34 Шунда йәшәүселәрҙең золомо арҡаһында, Уңдырышлы тупраҡты тоҙлоға әүерелдерә.

35 Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.

36 Ас-мохтаждарҙы шунда төйәкләндерә, Улар йәшәр өсөн ҡалалар ҡора,

37 Игендәр сәсә, йөҙөм ултырта, Ҡырҙарҙан мул уңыш ала.

38 Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.

39 Иҙелеү, бәлә-ҡаза һәм ҡайғыларҙан Улар йәнә кәмегән, түбәнһетелгән саҡта

40 Аҡһөйәктәр өҫтөнә Раббы хурлыҡ яуҙыра, Юлһыҙ ерҙәрҙә уларҙы аҙаштыра.

41 Әммә фәҡирҙе һәләкәттән ҡотҡара, Ғаиләһен ҡуй көтөүеләй үрсетә.

42 Быны күреп саф йөрәклеләр шатлана, Боҙоҡтарҙың ауыҙы ябыла.

43 Кем аҡыллы, быны күңелендә тотһон, Раббының сикһеҙ мөхәббәтен аңлаһын.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan