Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 105 - Изге Яҙма

1 Раббыны данлағыҙ! Раббыға шөкөр итегеҙ, Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!

2 Раббының ҡөҙрәтле эштәрен кем һөйләп бирә алыр? Уға лайыҡлы маҡтауҙы кем ишеттерер?

3 Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!

4 Хәтерлә мине лә, Раббы, халҡыңа хуш күңел менән ҡарағанда; Уларҙы ҡотҡарғанда мине лә ҡайғырт.

5 Үҙеңә һайлап алғандарҙың бәхетен күрәйем, Халҡыңдың һөйөнөсөнә мин дә һөйөнәйем, Биләмәңдең ҡыуанысын уртаҡлашайым.

6 Ата-бабаларыбыҙ кеүек беҙ гонаһ ҡылдыҡ, Енәйәт эшләнек, яуызлыҡҡа баттыҡ.

7 Аталарыбыҙ Мысырҙа саҡта Ҡылған мөғжизәләреңде аңламаны, Уның мул тоғро мөхәббәтен онотоп, Ҡамышлы диңгеҙ янында баш күтәрҙе.

8 Әммә Раббы ҡөҙрәтен күрһәтер өсөн Исеме хаҡына йолоп алды.

9 Ҡамышлы диңгеҙгә янаны – һыуы ҡороно; Тәрәнлектән сүл өҫтөндәгеләй алып сыҡты.

10 Үҙҙәренә нәфрәт тотҡандарҙан ҡотҡарҙы, Дошмандарының ҡулынан йолоп алды.

11 Баҫтырыусыларын һыуҙар йотто, Береһе лә ҡотола алманы.

12 Шунда исраилдар Раббының һүҙенә инандылар, Уға маҡтау йырланылар.

13 Тик Раббының эштәрен тиҙ оноттолар, Уның кәңәштәрен көтмәнеләр.

14 Улар сүлдә төрлө ризыҡ көҫәнеләр, Далала Алланы һынанылар.

15 Алла уларға теләгәндәрен бирҙе, Әммә араларына яман сир күндерҙе.

16 Улар тупламда Муса менән Һарундан, Раббының изге ҡаһинынан, көнләштеләр,

17 Ер ярылды ла Даҫанды йотто, Авирамды, уның яҡлыларҙы упты.

18 Уларҙың араһына ут төштө, Залимдарҙы ялҡын ялмап алды.

19 Улар Хоревта бер үгеҙ башмаҡ һыны яһанылар, Шул ҡойолған ботҡа табындылар.

20 Үҙҙәренең шөһрәтен – Алланы – Үлән ейгән үгеҙ һынына алмаштырҙылар.

21 Оноттолар үҙҙәрен ҡотҡарыусы Алланы, Мысырҙа бөйөк хикмәттәр ҡылыусыны;

22 Уның Хам ерендәге мөғжизәләрен, Ҡамышлы диңгеҙендәге дәһшәттәрен.

23 Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды, Әммә Муса – Алла һайлаған зат, Уның ҡаршыһына баҫып, Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды.

24 Һуңыраҡ улар гүзәл ерҙе кире ҡаҡты, Алланың вәғәҙәһенә ышанманы.

25 Сатырҙарында зарланыштылар, Раббының әйткәндәрен тыңламанылар.

26 Раббы ҡулын күтәреп ант итте – Сүллектә уларҙы ҡолатырға,

27 Тоҡомдарын ҡәүемдәр араһына таратырға, Төрлө илдәргә сәсергә ниәт тотто.

28 Улар Пеғор Бәғеленә табына башланы, Үлеләргә килтерелгән ҡорбандарҙы ашаны.

29 Был ҡылыҡтары Раббының асыуын ҡабартты, Араларында ҡырғын таралды.

30 Әммә Пинхас тороп араға төштө, Шунда үләттән ҡырылыш туҡтап ҡалды.

31 Уның был яҡшылығы тәҡүәлек билдәһе булып, Быуындан-быуынға мәңге тапшырылыр.

32 Мерива һыуҙары буйында йәнә Улар Раббыны асыуландырҙы; Шул арҡала Мусаның башына ҡаза килде.

33 Улар Мусаның йәнен көйҙөрҙөләр, Һәм ул уйламай һөйләп ташланы.

34 Раббы бойорған халыҡтарҙы юҡ итмәнеләр,

35 Ят ҡәүемдәр менән аралашып, Уларҙың ғәҙәт-ҡылыҡтарын оттолар.

36 Уларҙың боттарына табынып, Тоҙаҡтарына ҡаптылар.

37 Үҙҙәренең улдары менән ҡыҙҙарын Ендәргә ҡорбан иттеләр.

38 Ҡәнғән боттарына ҡорбан итеп, Улдары һәм ҡыҙҙарының Бер гонаһһыҙға ҡанын түктеләр; Ҡан менән ерҙе нәжесләнеләр.

39 Эштәре менән үҙҙәрен бысраттылар, Ғәмәлдәре менән аҙғынлыҡҡа баттылар.

40 Шунда Раббы Үҙ халҡына асыуланды, Үҙенең биләмәһенән ерәнә башланы.

41 Уларҙы ҡәүемдәр ҡулына тапшырҙы, Дошмандары уларға хаким булды.

42 Уларҙы күрә алмаусылар аяуһыҙ иҙҙе, Улар буйһонорға мәжбүр булды.

43 Раббы уларҙы бик күп тапҡыр ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәтте, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелде.

44 Шулай ҙа Раббы халҡының зарын ишетте, Уларҙың хәсрәтен күрҙе.

45 Улар менән килешеүен иҫенә төшөрҙө, Сикһеҙ мөхәббәте хаҡына шәфҡәт күрһәтте.

46 Мәрхәмәт һеңдерҙе уларҙы әсир иткәндәр күңеленә.

47 Ҡотҡар беҙҙе, эй Раббы, Аллабыҙ! Беҙ мөҡәддәс исемеңә шөкөр итһен, Һинең шөһрәтең менән маҡтанһын өсөн, Йыйып ал беҙҙе ҡәүемдәр араһынан.

48 Раббы, Исраил Аллаһы Мәңге-мәңгегә мөбәрәк булһын! Барса халыҡ әйтһен: «Амин!» Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan