Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Зәбүр 103 - Изге Яҙма

1 Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Эй Раббым, Аллам! Һин ниндәй бөйөк, Дәрәжә менән шөһрәткә сорналғанһың.

2 Нурға кейем һымаҡ төрөнгәнһең, Күктәрҙе сатыр кеүек киргәнһең.

3 Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.

4 Елдәрҙе Үҙеңә – илсе, Ялҡынланған утты хеҙмәтселәрең итәһең!

5 Ер йөҙөн ныҡлы нигеҙгә ҡуйҙың, Бер ваҡытта ла һелкенмәҫ, тинең.

6 Һин уны, кейемгә төргән һымаҡ, Төпһөҙ даръя менән ҡаплағанһың, Хатта тау түбәләрен дә һыуҙар күмгән.

7 Дәһшәтле ауазыңдан һыуҙар сигенгән, Күкрәгәнеңдән ҡурҡып ашыҡҡан.

8 Тауҙар өҫтөнән, үҙәндәр буйлап, Һин уларға тәғәйен иткән ергә аҡҡан.

9 Һин билдәләгән сиктән үтмәҫтәр, Инде ташып донъяны баҫмаҫтар.

10 Яландарҙа шишмәләр урғылттың; Уларҙы тауҙар араһынан ағыҙҙың.

11 Бөтөн кейек-януарҙарҙы һуғаралар; Ҡырағай ишәктәр һыуһын ҡандыралар.

12 Ярҙарында оя ҡора ҡоштар, Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар.

13 Юғарылағы йортоңдан тауҙарҙы Һин һуғараһың, Эштәреңдең емештәре менән донъя тултыраһың.

14 Мал-тыуарҙар өсөн – үлән, Кешенең ихтыяжына иген үҫтерәһең, Тупраҡтан ризыҡ алһындар, тиһең.

15 Күңелдәрҙе күтәргән шарапты, Йөҙҙәрҙе ялтыратҡан зәйтүн майын, Тәнгә ҡеүәт өҫтәр икмәкте бирәһең.

16 Туйғансы һыу эсер Раббы ағастары, Ул Ливанда ултыртҡан кедрҙар.

17 Ҡоштар унда ояларын ҡора, Шыршылар – ҡауҙылар өсөн төйәк.

18 Бейек тауҙар – ҡыр кәзәләренә, Таш ҡаялар – дамандарға ышыҡ.

19 Ваҡытты билдәләү өсөн айҙы яратҡан, Ҡояш та ҡасан байырын белә.

20 Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.

21 Арыҫландар ырылдап ауға йүнәлә, Алла ебәргән ризыҡты эҙләй.

22 Ҡояш ҡалҡҡас, улар кире ҡайта, Үҙҙәренең өңдәрендә ята.

23 Кеше үҙенең эшенә китә, Ҡара кискә тиклем хеҙмәт итә.

24 Йә Раббы, Һинең ижад емешең төрлө-төрлө! Барыһын аҡыллы яратҡанһың; Ер йөҙө тулы Һин бар ҡылған менән.

25 Бына икһеҙ-сикһеҙ тәрән диңгеҙ, Унда ҡайнаша һанһыҙ мәхлүктәр, Эреле-ваҡлы йәнлектәр;

26 Унда караптар йөҙәләр, Һин бар ҡылған Ливъяҫан уйнаҡлап йөрөй.

27 Улар һәммәһе лә Һине көтә, Ваҡытында ашарға бирер, тип өмөт итә.

28 Ем бирәһең – туҡланалар, Усыңды асһаң – рәхәтләнеп туйыналар.

29 Йөҙ йәшерһәң, ҡурҡыуға ҡалалар; Һин һулыштарын алһаң, үләләр, Йәнә тупраҡҡа ҡайталар.

30 Рухыңды ебәргәндә улар бар була, Ер йөҙөн Һин шулай яңыртаһың.

31 Мәңге йәшәһен Раббы шөһрәте! Һөйөнһөн Раббы ижадының емештәренә!

32 Ул ҡараһа, ер тетрәр Ул ҡағылһа, тауҙар төтәр.

33 Раббыма ғүмерем буйы мәҙхиә йырлармын, Бар сағымда Аллама маҡтау яуҙырырмын.

34 Уйҙарым Уның күңеленә хуш килә күрһен, Раббым – ҡыуанысым булһын!

35 Бөтһөн был донъяла гонаһлылар, Башҡаса булмаһындар залимдар! Шөкөрана ҡыл Раббыға, йәнем! Раббыны данлағыҙ!

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan