Зәбүр 101 - Изге Яҙма1 Хәсрәткә батҡан бәндәнең доғаһы. Хәлдән тайғас, Раббыға зарын түккәндә. 2 Йә Раббым, доғамды ишет, Ялбарыуҙарым Һиңә барып олғашһын. 3 Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар. 4 Көндәрем төтөн һымаҡ юғала бара, Елегемде өтә һыҙланыуым утлы ҡуҙҙай. 5 Йөрәгем һулыны ҡороған үлән һымаҡ, Тамағымдан үтмәй ҡапҡан ризыҡ. 6 Көн-төн әрнеп иңрәүемдән Ҡоро һөйәк тә тирегә ҡалдым, 7 Гүйә сүлдәге ябалаҡ, Харабалағы өкөгә әйләнгәнмен. 8 Күҙҙәремдән йоҡо ҡасты, ултырамын Ҡыйыҡҡа ҡунған яңғыҙ ҡош һымаҡ. 9 Көн оҙоно дошмандарым хурлай; Мыҫҡыллаусылар исемемде ләғнәт уҡығанда ҡуллана. 10-11 Асыу менән ярһыуыңдан Һин мине күтәреп бәрҙең, Раббы. Шуға күрә лә ашаған икмәгем – көл, Ә эскәнем күҙ йәштәрем ҡатыш. 12 Көндәрем киске күләгәләй ҡыҫҡарҙы; Үлән шикелле ҡыуарҙым. 13 Ә Һин, Раббы, мәңге тәхетеңдә ултыраһың, Шөһрәтең быуындан-быуынға күсә бара. 14 Ҡалҡырһың да Сионға мәрхәмәт күндерерһең, Сөнки билдәләнгән ваҡыт – Уға шәфҡәт күрһәтергә мөҙҙәт етте. 15 Сөнки Һинең ҡолдарыңа уның таштары ла ғәзиз, Хатта уның саң-туҙанын да йәлләйҙәр. 16 Ҡәүемдәр – Раббының исеменән, Ер йөҙөндәге бөтә батшалар Уның шөһрәтенән ҡурҡасаҡтар. 17 Сөнки Раббы Сионды яңынан ҡорор, Үҙенең бар шөһрәтендә пәйҙә булыр. 18 Ярҙамға мохтаждарҙың доғаһына Ул ҡолаҡ һалыр, Уларҙың ялбарыуҙарын ҡабул ҡылыр. 19 Былар киләсәк быуын өсөн яҙып ҡуйылһын, Әле тыумағандар Раббыға маҡтау йырлаһын. 20-23 Әсирҙәрҙең ыңғырашыуын ишетер өсөн, Үлемгә хөкөм ителгәндәрҙе азат итер өсөн, Халыҡтар һәм батшалыҡтар йыйылып Раббыға ғибәҙәт ҡылғанда, Раббы исеме Сионда яңғырап торһон өсөн, Йәрүсәлимдә Уға маҡтау йырланһын өсөн, Раббы мөҡәддәс юғарылығынан, Күктән ер йөҙөнә күҙ ташланы. 24 Тормош юлымда Раббы хәлемде алды, Ғүмеремдең көндәрен ҡыҫҡартты. 25 Әйттем: «Эй Аллам, ғүмерем уртаһында Минең йәнемә ҡул һуҙма, Һинең йылдар быуындан-быуынғаса һуҙыла. 26 Ер нигеҙен әүәл-әүәлдәрҙән ҡорҙоң, Күктәр – Һинең ҡулдарыңдың эше. 27 Улар бөтөр, Һин мәңге ҡалырһың; Барыһы ла кейем кеүек туҙыр, Иҫке көпөләй уларҙы алмаштырырһың. Шулай итеп улар юҡҡа сығыр. 28 Ә Үҙең үҙгәрешһеҙ ҡалырһың, Ғүмер йылдарың һис ҡасан тамамланмаҫ. 29 Бәндәләреңдең бала-сағаһы йәшәй бирер, Уларҙың тоҡомдары хозурыңда ныҡ торор». |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia