Зәбүр 10 - Изге Яҙма1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. 1 Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Мин Раббыла таптым һыйыныс. Нисек инде һеҙ миңә: «Ҡош һымаҡ тауҙарға ос, ҡасып кит! 2 Ана күр, яуыздар йәйә киргән, Саф күңеллеләргә ҡараңғыла атыр өсөн Уҡтарын кереш өҫтөнә ҡуйған. 3 Нигеҙҙәр емерелгәндә Иманлылар нимә эшләй ала?» – тип әйтәһегеҙ. 4 Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға. 5 Раббы иманлы кешене һынай, Яуызды, золом яратыусыны йәне һөймәй. 6 Ул залимдар өҫтөнә утлы ҡуҙ, көкөрт яуҙырыр; Көйҙөргөс ялҡынлы ел – Уларҙың яҙмыш туҫтағына өлөш шул булыр. 7 Раббы ғәҙел, Ул ғәҙеллекте һөйөр. Намыҫлы әҙәм Уның йөҙөн күрер. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia