Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Юныс 2 - Изге Яҙма

1 Раббы Юнысты йотор өсөн ҙур балыҡ ебәрҙе. Юныс өс көн һәм өс төн буйы ошо балыҡтың ҡарынында булды.


Юныстың доғаһы

2 Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:

3 – Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы!

4 Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.

5 Әйттем: «Күҙ алдыңдан ҡыуылдым»; Ләкин Һинең изге ҡорамыңды Күрәһеләрем әле бар икән!

6 Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.

7 Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!

8 Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.

9 Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә.

10 Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп, Ҡорбан килтерермен, Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен. Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы!

11 Раббының бойороуы булды, балыҡ Юнысты ҡоро ергә ҡоҫто.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan