Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яҡуб 4 - Изге Яҙма


Кем донъя менән дуҫ – ул Аллаға дошман

1 Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Һеҙҙе эстән йолҡҡослаған нәфсенән түгелме?

2 Ниҙер теләйһегеҙ, ләкин ала алмайһығыҙ һәм шуның өсөн үлтерәһегеҙ. Көнләшәһегеҙ, ләкин теләгегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ, шуның өсөн ыҙғышырға, көрәшергә керешәһегеҙ. Тик барыбер теләгәнегеҙҙе ала алмайһығыҙ, сөнки Алланан һорамайһығыҙ.

3 Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.

4 Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була.

5 Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата», – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы?

6 Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.

7 Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр.

8 Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ.

9 Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен.

10 Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.


Яманат һатыуҙан киҫәтеү

11 Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең.

12 Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?


Маһайыусанлыҡтан киҫәтеү

13 «Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ.

14 Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына.

15 «Раббы теләһә, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға

16 һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул.

17 Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan