Яҡуб 3 - Изге ЯҙмаТел 1 Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. 2 Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала. 3 Аттарҙы буйһондорор өсөн ауыҙлыҡлайбыҙ икән, уларҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ. 4 Йәки, әйтәйек, караптар ни тиклем ҙур булмаһын һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, ҡойроҡсо бәләкәй генә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында үҙе теләгән яҡҡа бора. 5 Тел дә, кескәй генә ағза булһа ла, ныҡ маҡтана. Ана, бәләкәй генә ут та ҙур урманды яндырып ебәрә. 6 Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай. 7 Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде. 8 Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: ул – үлемесле ағыу менән тулы тыйылғыһыҙ яуызлыҡ. 9 Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. 10 Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел. 11 Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни? 12 Имандаштарым, инжир ағасында – зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Шуның кеүек, тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай. Ысын аҡыл 13 Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен. 14 Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ. 15 Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә, 16 сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә. 17 Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас. 18 Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia