Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яҡуб 1 - Изге Яҙма

1 Донъя буйлап таралған ун ике ырыуға Алланың һәм Раббы Ғайса Мәсихтең ҡоло Яҡуптан сәләм!


Һынауҙар һәм иман

2 Имандаштарым, төрлө һынауҙарға юлыҡҡанда, уларҙы ҙур шатлыҡ кеүек итеп ҡабул ҡылығыҙ.

3 Иманығыҙҙың һыналыуы сыҙамлылыҡ тыуҙырыуын беләһегеҙ бит.

4 Ә сыҙамлыҡ, һеҙ өлгөрөп еткән һәм камил, бер ниндәй кәмселекһеҙ булһын өсөн, үҙ эшен ахырына еткерһен.

5 Әгәр ҙә ҡайһығыҙғалыр аҡыл зирәклеге етешмәһә, уны барыһына ла шелтәһеҙ, йомарт өләшкән Алланан һораһын, һәм уға бирелер.

6 Әммә һораған кеше ышанырға, тамсы ла шикләнмәҫкә тейеш, сөнки шик йөрөтөүсе ел әле бер, әле икенсе яҡҡа ҡыуып йөрөткән диңгеҙ тулҡынына оҡшаған.

7 Ундай әҙәм Раббынан ни ҙә булһа алырға иҫәп тотмаһын.

8 Бындай әҙәм, нимә генә эшләһә лә, икеләнә, эштәрендә тотороҡһоҙ.


Һыналыу һәм ҡотҡо

9 Түбән ҡатламдан булған имандаш үҙенең юғары күтәрелеүе менән ғорурланһын,

10 ә бай – түбән төшөрөлөүе менән, сөнки ул ялан сәскәһе кеүек юҡҡа сығасаҡ.

11 Ҡояш сығып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм бар матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында һүнеп ҡала.

12 Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.

13 Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай.

14 Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.

15 Шунан инде теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, нығынғас, үлемгә килтерә.

16 Үҙегеҙҙе алдамағыҙ, ҡәҙерле имандаштарым.

17 Һәр игелекле һәм камил бүләк юғарынан, күк яҡтылыҡтары Атаһынан килә. Уның янында үҙгәреш юҡ һәм яҡтыһы күләгәгә әйләнмәй.

18 Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Тыңлағыҙ һәм үтәгеҙ

19 Ҡәҙерле имандаштарым, шуны белегеҙ: һәр берегеҙ тыңлауға өлгөр, һөйләүгә яй һәм асыуланыуға аҡрын булһын,

20 сөнки кеше асыулы сағында Аллаға хуш килмәҫтәйҙе эшләй.

21 Шуға күрә һәр төрлө әшәкелектән һәм яуызлыҡ ҡалдығынан ваз кисеп, йөрәктәрегеҙгә сәселгән Алла һүҙен баҫалҡылыҡ менән ҡабул итегеҙ; ул һүҙ һеҙҙең йәндәрегеҙҙе ҡотҡарыр көскә эйә.

22 Һүҙҙе тыңлап ҡына ҡалмағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә, шунһыҙ үҙ-үҙегеҙҙе алдайһығыҙ ғына.

23 Алла һүҙен ишетеп тә, уны үтәмәгән үҙенең йөҙөн көҙгөнән күргән кешегә оҡшаш:

24 үҙенә ҡарап тора ла, ситкәрәк китеү менән, ниндәй икәнен дә онота.

25 Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.

26 Кемдер үҙен диндар тип һанап та, телен йүгәнләй алмай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның диндарлығынан фәтүә юҡ.

27 Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan