Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Яхъя 7 - Изге Яҙма


Ғайса һәм Уның ҡустылары

1 Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.

2 Йәһүдтәрҙең Ҡыуыш байрамы яҡынлашҡас,

3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.

4 Үҙен танытырға теләгән кеше эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.

5 Уға хатта ҡустылары ла ышанмай ине.

6 – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт ҡулай.

7 Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.

8 Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле.

9 Шулай тип әйтеп, Ғайса Галилеяла ҡалды.


Ғайса Ҡыуыш байрамында

10 Әммә ҡустылары киткәс, һис кемгә белдермәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.

11 Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.

12 Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.

13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бер кем дә Уның хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәне.

14 Байрамдың яртыһы үткәйне инде, Ғайса, Алла йортона инеп, аң-белемгә өйрәтә башланы.

15 Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымаған булһа ла, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.

16 Ғайса: – Өйрәткәндәрем – Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәргәндеке.

17 Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәремдең Аллананмы, әллә Мин Үҙемдән һөйләйемме икәнде беләсәк.

18 Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.

19 Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.

20 – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?

21 Ғайса һүҙен дауам итте: – Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ.

22 Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, ата-бабаларҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ.

23 Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?

24 Тыштан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!


Ғайса – Мәсихме?

25 Шунда ҡайһы бер Йәрүсәлим кешеләре: – Башлыҡтар үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был?

26 Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайҙар. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән?

27 Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.

28 Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.

29 Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.

30 Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.

31 Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды. Улар: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.

32 Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш ҡаһиндар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла йортоноң һаҡсыларын ебәрҙе.

33 Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәргәндең янына кире ҡайтасаҡмын.

34 Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.

35 Йәһүдтәр үҙ-ара: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?

36 Уның «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ» тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип һөйләштеләр.

37 Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫты ла көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!

38 Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».

39 Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.

40 Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре: – Был – ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!

41 Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килергә тейешме ни?

42 Изге Яҙмала, Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Бейт-Ләхәмдән киләсәк, тип әйтелгән түгелме?

43 Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты.

44 Ҡайһы берәүҙәр Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.

45 Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш ҡаһиндар һәм фарисейҙар: – Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.

46 – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.

47 – Әллә Ул һеҙҙе лә юлдан яҙҙырҙымы? – тине фарисейҙар.

48 – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни?

49 Әммә ҡанунды белмәгән был халыҡ ләғнәтле.

50 Әммә араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодемус – уларҙан:

51 – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.

52 Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.

53 Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.

© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023

© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023

© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

Bible Society in Russia
Lean sinn:



Sanasan