Яхъя 21 - Изге ЯҙмаҒайсаның шәкерттәре менән осрашыуы 1 Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тибериас күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды: 2 Шимғон Петрус, Игеҙәк ҡушаматлы Томас, Галилеяның Кана ҡалаһынан Наҫанаил, Зәбәҙәйостың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны. 3 Шимғон Петрус: – Мин балыҡ тоторға барам, – тигәс, бүтән шәкерттәр: – Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, – тинеләр. Кәмәгә ултырып йөҙөп киттеләр, тик ул төндә бер нәмә лә тота алманылар. 4 Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы. 5 – Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Юҡ, – тине тегеләр. 6 Ғайса: – Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, – тине. Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманы. 7 Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте Петрусҡа: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Шимғон Петрус өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе. 8 Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте. 9 Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине. 10 Ғайса уларға: – Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, – тине. 11 Шимғон Петрус кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы. 12 Ғайса шәкерттәренә: – Ашарға ултырығыҙ, – тине. Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде. 13 Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе. 14 Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине. 15 Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине 16 һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине 17 һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петрус Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» – тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. – 18 Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер. 19 Ул был һүҙҙәрҙе Петрустың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: – Минең арттан бар! – тине. 20 Петрус боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хакимым! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине. 21 Петрус уны күргәс: – Раббым! Уның менән нимә буласаҡ? – тип һораны. 22 – Мин яңынан килгәнгә тиклем уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса. 23 Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», – тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте. 24 Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙған шәкерт шул үҙе. Беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнде беләбеҙ. 25 Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым. |
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Bible Society in Russia